-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

СИРАТ КҮПЕРЕ

Мар.СӘЛИМ Теге донъя. Ожмах ишеге алды. Унда был донъяла эштәре уңмаған төрлө ағай-эне йыйылған. Ожмахҡа ҡабул итеү комиссияһы ҡаршыһына сираттағы кеше килеп баҫа.

СИРАТ КҮПЕРЕ
СИРАТ КҮПЕРЕ

Күперҙәр һалыу идаралығының баш инженеры Гәрәйшин була ул. Нөнкир унан һорау ала:

— Ниңә бында килдең?

— Рәхәт тормош эҙләп...

— Яҡты донъяла тапманыңмы ни? — тип һорай Мөнкир.

— Табыуын таптым да ул, һеҙҙең ожмахты бөтә ерҙән дә шәберәк тип ишеткәйнем.

Гәрәйшин ожмах ишеген асып инмәксе була. Ләкин уны ожмахҡа ҡабул итеү комиссияһы рәйесе туҡтата.

— Ашыҡмай тор! — Ул күпер төҙөүселәр һанға һуҡмаған проект-смета документтарынан да ҡалыныраҡ ғәмәл дәфтәрен аҡтара башлай. — Тәүҙә донъялыҡта ҡылған гөнаһтарыңды үлсәп ҡарайыҡ.

— Минең бер ниндәй ҙә гөнаһым юҡ! Мин изге бәндә, — тип ант итә Гәрәйшин.

— Ярай, ышанабыҙ, — ти комиссия рәйесе. — Тик барыбер һиңә ожмахҡа кереү өсөн сират күперен үтергә тура киләсәк. Тәртибе шулай.

— Уныһы беҙгә бер ни ҙә тормай!

Гәрәйшин ҡыйыу аҙымдар менән ожмахҡа инеп китергә самалай. Ләкин ҡаршыһында сират күпере урынына яҡты донъяла үҙе төҙөткән күперҙе күргәс, уның сәстәре үрә тора. Проектта ҡаралғандан хәтһеҙ ситкә һалынған был таш ҡоролманың бер башы төҙөлөп бөтмәҫ борон уҡ ҡыйшайған, уртанан айырыла башлаған. Гәрәйшин күпер ситенә аяғын тейҙереүе була, уның бағаналары тағы ла бер метрға батып китә.

— Әстәғәфирулла тәүбә!.. Ирекле көндә был күперҙән сығаһы башым юҡ!

Әммә ҡаршы яҡтағы йәннәт баҡсаһында хур ҡыҙҙарының нурлы йөҙҙәрен күргәс, ул ожмахҡа ҡабул итеү комиссияһы рәйесенең аяғына килеп йығыла.

— Зинһар, миңә ҡылдан нескә сират күпере аша ғына үтергә рөхсәт итегеҙ.

— Ярамай! — ти рәйес.— Яңы ҡағиҙә буйынса, ожмахҡа һәр кем үҙе һалған күпер аша инергә тейеш.

Гәрәйшин ҡыҙып китә:

— Мин дини хөрәфәттәргә ышанмайым! Әллә мине һантый тип белдегеҙме, күрәләтә тамуҡҡа ишелеп төшөргә?! Протест белдерәм! Ялыу яҙам! Кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы Страсбург судына барам…

Тауыш-ғауға сыға, ығы-зығы башлана. Ҡапыл Ҡаф тауҙары һелкенгәндәй була. Ҡайҙандыр үҙенең эйәрле трейлерына экскаватор атландырған ҡеүәтле автомобиль килеп сыға. Ул дөбөр-шатыр туп-тура сират күперенә юл тота. Нөнкир менән Мөнкир уны көскә туҡтатып ҡала. Руль артынан шофёрҙы елтерәтеп төшөрәләр ҙә яуап алырға тотоналар:

— Һин кем? Фамилияң нисек?

— Сәмәншин.

— Тә-әк, тә-әк... Таҙа күренә, — ти комиссия рәйесе, ғәмәл дәфтәрен аҡтарып. — Әһә, бына бында бер гөнаһы бар икән.

Комиссия ағзалары йөҙөһө бер тауыштан:

— Ниндәй? — тип һорай.

Рәйес ғәмәл дәфтәре биттәренә яҙылған махсус актты уҡый:

— «Шофёр Сәмәншин, утыҙ биш тонна йөк тейәлгән килеш, сикләү билдәһенә ҡарамай, күрәләтә ун тонна күтәрелешле күпергә килеп кергән...»

Рәйес уның ауыл уртаһындағы күперҙе емертеп, миллиондарса һумлыҡ зыян яһауы тураһында уҡығас, комиссия ағзалары һуштан яҙып йығыла. Сәмәншин үҙе лә уңайһыҙ хәлдә ҡала. Ярай әле шул саҡ Гәрәйшин килеп сыға. Ул, тегенең ҡулынан тотоп:

— Әйҙә, булмаһа, кире яҡты донъяға ҡайтып китәйек, — ти. — Бында беҙгә оторо ҡыйын да баһа. Ожмах тигән булалар тағы!..

Һәм улар, теге донъяны әкиәттә ҡалдырып, яңынан был донъяға әйләнеп ҡайталар.

Ә был донъяла тормош үҙ яйы менән бара: Сәмәншин элеккесә машинаһында елдерә, Гәрәйшин үҙенең эшкинмәгән күпере төбөндә ҡыҙынып ята. Ҡыҫҡаһы, рәхәт донъя! Ожмахтан һис кәм түгел.

1975, 2015

Фото: triptonkosti.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: