-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

КӘКРЕ МӨГӨҘЛӨ ТӘКӘ

Мар.СӘЛИМ Мин бер ауылға һабантуйға барҙым. Көрәшеп, аҙыраҡ быуындарҙы яҙып алырға ине иҫәп. Тик беләгенә ҡыҙыл таҫма бәйләгән кеше юлыма арҡыры төштө. – Сабыр ит, ҡустым, – тине ул, мине майҙанға үткәрмәйенсә. – Беҙҙә шундай тәртип: тәүҙә үҙебеҙҙең ауыл егеттәре көрәшә, унан һуң ғына – ҡунаҡтар. – Ниңә улай демократияны ҡыҫаһығыҙ? – Шулай итмәһәң, һинең шикелле, ҡаланан килгән бәһлеүәндәр беҙҙең малайҙарҙы еңеп ташлайҙар ҙа бөтә бүләкте алып бөтәләр.

КӘКРЕ МӨГӨҘЛӨ ТӘКӘ
КӘКРЕ МӨГӨҘЛӨ ТӘКӘ

Ауыл батырҙарына приз өләшеп сыҡҡас, судья рупорҙан ҡысҡырҙы:

– Майҙанға ҡунаҡтарҙы саҡырабыҙ!

Ләкин минән башҡа көрәшергә теләүсе күренмәне.

Судья берсә миңә, берсә бағана төбөнә бәйләп ҡуйылған кәкре мөгөҙлө тәкәгә ҡарап, аптырашта ҡалды. Һабантуйсыларҙың төрлөһө төрлө тәҡдим төрттө:

– Башҡа көрәшеүсе булмағас, был егетте батыр тип иҫәпләргә кәрәк. Тәкәне уға бирергә!

– Юҡ, улай ғәҙел булмай. Бүләк тир түгеп яуланырға тейеш.

– Тәкәне кире фермаға илтеп тапшырырға!..

Шул саҡ майҙанға оло йәштәге бер ағай сыҡты.

– Һабантуй бүләген кире ҡайтарырға ярамай,–  тине ул. – Егет менән мин көрәшәм!

Халыҡ дәррәү ҡул сапты.

Ағай кеше таҫтамалды ҡулына ураны ла, йәштәрсә атлап, ҡаршыма килеп баҫты.

– Ҡара әле, ҡустым, –  тип бышылданы ул, билемдән ҡыҫып тотҡас, – тәкә әрәм ҡалмаһын өсөн генә көрәшкә сыҡтым мин. Һин мине йомшаҡ ҡына йыға һал инде, йәме. Билде ҡуҙғата күрмә.

Мин, әлбиттә, уның үтенесен үтәнем. Күтәреп баш арҡыры осорорға уңай булһа ла, улай итмәнем – үҙе теләгәнсә, йәшел сиҙәмгә йомшаҡ ҡына һуҙып һалдым.

Судья ҡулымды ҡыҫты ла тәкәне миңә тотторҙо. Шулай бик еңел батыр булдым.

Нисек кенә тимә, батыр исемен алғас, үҙеңде ысынлап та батыр итеп тояһың  икән ул. Мөгөҙөнә ал таҫма уралған тәкәне етәкләп, көнө буйы һабантуйҙа ирәйеп йөрөнөм. Кис еткәс кенә башыма уй төштө: тәкәне ҡалаға нисек алып ҡайтырға?

Оло юлда машиналар ”выжт” та ”выжт” уҙып тора. Тик береһе лә ултыртмай. Шофёрҙар, мине ирештереп, ауыҙ йырып ҡына үтәләр.

Әллә тәкәне ҡалдырып китәйемме икән, тип икеләнеп торғанда, эргәмә бишекле матай килеп туҡтаны. Бәй, һабантуйҙа минең менән көрәшкән ағай ҙаһа!

– Нимә, батыр, бүләкте алып ҡайтырға көс етмәйме әллә? – тип көлдө ул.

– Бүләк булманы, бәлә булды был! Бер машина ла туҡтамай.

– Әйҙә, ултыр, үҙем алып ҡайтам. – Ул тәкәне, мөгөҙөнән күтәреп, мотоцикл бишегенә ырғытты. – Әйткәндәй, минең дә өлөш бар бит әле бында. Мин көрәшкә сыҡмаһам, һиңә тәкәнең ҡойроғо ла тәтемәҫ ине!

– Уныһы шулай. Рәхмәт һиңә, кем...

– Шаймарҙан ағайың булам мин.

Ҡалаға ҡайтып еткәс, ул:

– Ҡайҙа илтәйем? – тип һораны.

– Мин ятаҡта торам.

Шаймарҙан ағай, матайын туҡтатып, уйға ҡалды.

– Булмаһа, ҡустым, былай итәйек, –  тине. – Беҙгә алып ҡайтайыҡ.

Мин шатланып риза булдым:

– Бик дөрөҫ! Һеҙгә алып ҡайтайыҡ та ”ҡых” итәйек!

Ләкин Шаймарҙан ағай минең менән килешмәне:

– Ошондай эҫелә итте ҡайҙа һаҡламаҡ кәрәк? Һимертеп, көҙ һуйырбыҙ.

Төплө фекер! Тәкәне Шаймарҙан ағайҙарҙың балконына мендереп ҡуйҙыҡ. Ҡышҡа ҡәҙәр шунда аҫрарға булдыҡ.

Йәй буйы мин тоҡҡа тултырып үлән ташыным. Көҙ еткәнсе тәкә арыу ғына һимерҙе. Көрлөгөнә сызаша алмай, балкон ишеген һөҙөп емерҙе. Шаймарҙан ағайҙың быға бик асыуы килһә лә, бысаҡҡа тотонманы.

– Быйыл ҡышҡа етерлек һуғым әҙерләнем инде, – тине ул. – Ит кәрәкһә, тәкәңде алып кит тә һуй!

– Нишләп уртаҡ малға ҡул һуҙайым, ти! Миңә иттең бөтөнләй кәрәге юҡ. Ресторанда туҡланам.

Шаймарҙан ағай ҡапыл ҡыҙып китте:

– Һинең ҡайҙа нимә ашауыңда эшем юҡ. Хәҙер үк алып кит был мөгөҙлө шайтанды!

– Юҡ, һиндә ҡалһын! – тип ҡарыштым мин. – Сөнки ул һинеке лә. Һинең ярҙамың менән ошо дүрт аяҡлы бәләгә юлыҡтым.

– Мин уны хәҙер ҡайҙа аҫрайым? Балконда һыуыҡ.

– Ә кухняла?

– Унда эт тора.

– Ваннала?

– Бесәй...

Ни эшләйһең, тәкәне ятаҡҡа алып ҡайтырға тура килде. Әммә унда оҙаҡ йәшәргә насип булманы. Комендант күреп ҡалды ла тәкәне лә, мине лә ҡыуып сығарҙы.

Башҡа сара ҡалмағас, бисара малҡайҙы етәкләп, урманға киттем. Бер аҡланда бесән кәбәне табып алдым да, ҡыуыш ҡороп, тәкә менән икәү шунда тора башланыҡ.

Урман тормошо миңә оҡшап етмәһә лә, мөгөҙлө дуҫыма килеште мәгәр. Тора-бара ул ҡырағайлана башланы. Уның менән йәнәш булғанда ҡара урманда йәшәүе һис тә ҡурҡыныс түгел.

Ә бер көндө кис эштән ҡайтыуыма тәкә үҙен ашарға килгән бүреләрҙе тотоп ашаған! Йыртҡыстарҙың ҡойроҡтары ғына тороп ҡалған.

Бына шулай мөгөҙлө  дуҫым менән урманда ҡышланыҡ. Яҙ еткәс, мин Шаймарҙан ағайҙы осраттым.

– Һинең тәкәң быҙау ҙурлыҡ булғандыр инде, – тине ул, хәйләкәр йылмайып. – Был арала шашлыҡ та ашаған юҡ...

Тел төбөн аңлағас, мин уны тыңлап та торманым. Донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә бергә татыған дуҫыма ни оятым етеп бысаҡ күтәрәйем, ти? Террорист түгел дәһә мин!

Тик ғүмер буйы тәкә менән бергә йәшәп булмай бит инде. Миңә өйләнергә ваҡыт. Кәләш ҡараштырырға кәрәк...

Һабантуй еткәс, башыма шәп уй килде. Такси ялланым да, мөгөҙлө дуҫымды эргәмә ултыртып, елдерҙем уның тыуған ауылына.

Беҙ һабантуйҙың иң ҡыҙған мәленә эләктек. Былтырғы судья быйыл ҡунаҡтарҙы, былтырғыға ҡарағанда нығыраҡ ялбарып, көрәшкә саҡыра.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батырға бирергә тәкәбеҙ юҡ... – тип ауыҙын ғына асҡайны, элеп тә алдым:

– Нишләп юҡ?

– Фермабыҙға бүре төшөп, тәкәләребеҙҙе ҡырып китте.

Шул саҡ көрәш ҡарарға килгән түбәтәйле бер ағай ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:

– Ха-ха-ха! Һарыҡ йылында фермаға шашлыҡ яратыусы бүреләр эйәләшкән тип ишеткәйнем шул!

Түбәтәйле ағайҙың тел төбө аңлашыла. Шулай ҙа эште ҙурға ебәрмәй генә:

– Зарар юҡ, – тинем. – Батырға анау тәкәне бирерһегеҙ.

Бағанаға бәйләп ҡуйылған һимеҙ тәкәне күргәс, судьяның түбәһе күккә тейҙе. Мине ҡалалағы спонсорҙары икән тип уйлап, улар исеменә рәхмәттәр уҡырға тотондо.

Шул саҡ әллә ҡайҙан Шаймарҙан ағай килеп сыҡты. Ул таҫтамалды урап тотто ла, майҙан уртаһына баҫып:

– Йә, кем көрәшергә теләй? – тине.

Ләкин уның менән көрәшергә теләүсе табылманы.

Судья иһә, бөтә көсөн һәм һәләтен һалып, тырыша-тырыша ҡыҫтаны:

– Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ! Батырға – ҡышлаған тәкә!

Берәү ҙә сыҡмағас, урынымдан ҡуҙғалдым.

– Ну, Шаймарҙан ағай, һаҡлан! – тип, уның биленән эләктереп алдым.

Шаймарҙан ағай ”ой” тип ҡысҡырып ебәрҙе лә ҡолағыма бышылданы:

– Ҡара әле, ҡустым, һин мине йомшаҡ ҡына йыға һал инде, йәме. Билде ҡуҙғата күрмә. Ә тәкә барыбер һинеке буласаҡ!

– Юҡ инде! – тинем мин һәм ҡапыл ғына юрый ҡоланым да ҡуйҙым. Шаймарҙан ағай һиҙмәй ҙә ҡалды, гөрҫ итеп өҫтөмә ауып төштө.

Малай-шалай сыр-сыу килде:

– Маладис, бабай, ысын батыр икәнһең!

Судья Шаймарҙан ағайҙың ҡулын ҡыҫты ла тәкәне уға тотторҙо.

Ошо минутта нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ ине һеҙ! Ниһайәт, бәләле бүләктән ҡотолдом! Ниһайәт, ятағыма ҡайтып, башҡа егеттәр кеүек, типтереп йәшәйәсәкмен! Театрға, тансаға йөрөйәсәкмен. Ҡыҙҙар менән...

Шундай татлы уйҙар уйлап, артыма әйләнеп ҡарамай, ҡала яғына һыпырта инем, ҡолаҡҡа тәкә баҡырған тауыш салынғандай булды. Боролоп ҡараһам, кәкре мөгөҙлө тәкә, Шаймарҙан ағайҙы өҫтөрәп, артымдан сабып килә!

Мин тиҙ генә таш юлға йүгереп сыҡтым да елдереп барған машинаның кузовына аҫылынып киттем. Ел уңайына Шаймарҙан ағайҙың миңә ҡысҡырған һүҙҙәре айырым-асыҡ ишетелде:

– Туҡта әле,ҡустым! Был бүләктә һинең дә өлөш бар би-и-т!..

1988, 2015

Фото: dycpoisk.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: