

Ошо хәлдә, ошо ҡиәфәттә эшкә килде ул. Уң яҡ сикәләге ҡағыҙ пальтоһын кейгәндә төшөп ҡалды, икенсеһе — кабинетҡа инеп, пальтоһын сискәндә төштө. Шуның менән иртәнсәк күтәрелгән кәйеф тә төштө. Теге матур ҡыҙҙың мөләйем ҡиәфәте лә күҙ алдында томан һымаҡ таралып, юҡҡа сыҡты.
Саҙретдин һаҡһыҙ ғына өҫтәл артына килеп ултырҙы ла, һис нәмә уйламайынса, өҫтәл тартмаһын үҙенә тартты, һәм шунда уҡ ишек асылды. Кабинетҡа бер ҡулына зәңгәр папка, икенсе ҡулына папирос көлө һала торған һауыт тотҡан секретарь Мәрйәм ханым килеп керҙе. Иҫәнләшә лә алмайынса, ул Икемиңлесаҙретдиндең битенә ҡарап ҡатты.
Саҙретдиндең дә күҙҙәре уға төбәлде. Аҡрын ғына уның асыуы ҡабарып сыҡты һәм ҡарлыҡҡан тауыш менән:
— Нәмә, һин миңә, ас крокодил кеүек, күҙҙәреңде секерәйтеп ҡарап тораһың әле? — тип екерҙе.
Мәрйәм ханымдың Саҙретдиндән тупаҫ һүҙҙәр ишеткәне бар ине, ләкин былай — ҡолаҡты ғына түгел, үҙәкте ярып инеп табандарға барып төшөрлөк һүҙҙәрҙе — ишеткәне юҡ ине. Ул папкаһын да, көлдөксәһен дә ташланы ла, ҡулдары менән ҡолаҡтарын баҫып сығып китте.
Саҙретдин бер нисә минуттан аҡылына килде; парикмахер ҡыҙҙың, биттәрен бәке менән уйып алғас, ғәфү үтенеүен иҫенә төшөрҙө. Шунда уҡ өҫтәл аҫтындағы кнопканы баҫып, Мәрйәмде саҡырҙы.
Иҙән уртаһында бағана кеүек төпә-төҙ баҫып торған Мәрйәм ханымдың йөҙөнә ҡарай алманы. Бөтөнләй икенсе яҡтағы «Тартырға тыйыла» тигән яҙыуаға ҡарап:
— Минең һүҙҙәрем һеҙҙе борсоған булһа, ғәфү итегеҙ, — тине.
Шул һөйләмгә «зинһар» тигән һүҙҙе лә өҫтәмәксе ине, теле әйләнмәне.
Мәрйәм ханым үҙ урынына ултырғас, өҫтәл тартмаһынан көҙгө алып, сырайын ҡараны. Уның сырайы һытыҡ, көҙгөләге шәүләлә бик алыҫта һымаҡ күренде, ләкин йөҙөндә крокодилға оҡшаған бер генә билдә лә күренмәне.
Төшкө ял еткәс, ашағыһы килмәһә лә, буфетҡа төштө. Өҫтөнә ҡаймаҡ һыланған эремсек алды, ашай алманы, сөнки эремсек эсенән ике миңле крокодил килеп сығыр һымаҡ булды. Уға тирә-яҡтағы бөтә нәмә йәмһеҙ, бөтә ашамлыҡ тәмһеҙ кеүек тойолдо.
Мәрйәм ханым өйгә күңелһеҙ генә ҡайтты. Ишекте Зөбәйҙә асты. Ул да шаҡтай күңелһеҙ, хатта эштән аҡ халатын да һалмайынса ҡайтҡан.
Әсәһе эшкә киткән саҡта: «Ҡайтышлай магазиндан лимон алып ҡайт!» — тип әйткән ине, уны алып ҡайталмаған. Әсәһе боҙолған кәйефен ҡыҙына күрһәтмәҫкә тырышты. Ҡыҙының сырайындағы ғәҙәттә булмаған һыҙыҡлыҡты күреп, әсәләрсә йомшаҡлыҡ менән:
— Кәйефең юҡмы әллә, ҡыҙым? — тине.
— Юҡ.
— Ни булған?
Зөбәйҙә ҡулын ғына һелтәне һәм асыу менән:
— Бөгөн эштә, парикмахерскийҙа, крокодилға оҡшаған бер клиенттың ике сикәһен бәке менән уйып алғайным. Һуңынан, дүрткә-бишкә бөгөлөп, ғәфү ҙә үтендем, ләкин өлкән мастер барыбер замечание яһаны: «Иғтибарһыҙһың, разрядыңды төшөрөргә тура килер», — тине. Шуға кәйефем китеп, һиңә лимон алырға ла онотҡанмын.
Ноябрь, 1966 йыл.