+18 °С
Дождь
Йөҙ йыллыҡты ҡаршылап...
20 Августа 2025, 08:55

Рәшит НИҒМӘТИ

Рәшит Ниғмәти (Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин) (1909 йылдың 27 ғинуары — 1959 йылдың 13 октябре ) — хәҙерге Һамар өлкәһе Диңгеҙбай ауылында тыуған. Журналист, шағир. Шиғырҙары “Һәнәк” журналында даими баҫыла. 1956 йылдың февраленән яңынан баҫыла башлаған журналдың тәүге һаны уның «Юл теләге” шиғыры менән асыла. Башҡортостандың халыҡ шағиры. Юл теләгеБала саҡта уҡ ҡулымаҠорал алыу кәрәк булды.Ҡулыма алған тәүге ҡоралҺәләк осло һәнәк булды.Һәнәк тотоп бик күп төрлөЭш эшләргә өйрәндем мин.Эшләп арығас, шул һәнәктеңҮҙенә үк һөйәлдем мин.

Рәшит НИҒМӘТИРәшит НИҒМӘТИ
Рәшит НИҒМӘТИ

Эҫе йәйҙә көн дә янып,
Һәнәк тотоп кәбән ҡойҙом,
Таҡыр түбә ырҙындарҙа
Көлтәләрҙән эҫкерт өйҙөм.
Һыуыҡ ҡышта мөңрәй торған
Һыйырға мин бесән һалдым,
Сана төбөнә һәнәк һалып,
Яланға һаламға барҙым.
Тиреҫ-тиҙәк, сүп-сарҙы мин
Ошо һәнәк менән түктем.
... киттем ситкә.
Һәнәгемде
Өй алдыма һөйәп киттем.
Йылдар үтте...
Бына тағы
Осраштыҡ беҙ йылдар үткәс.
Мин ҡартая бирҙем, ләкин
Йәп-йәш көйө Һәнәк иптәш.
Хәҙер ҡыш. Ерҙе ҡаплаған
Ап-аҡ ҡарҙар юрған булып.
Алға баҫты һәнәгем, тик
Һәнәк түгел – журнал булып.
Бар әле тормошта беҙҙең
Көлкөгә алырлыҡ нәмә,
Тап ҡалаҡ һөйәктәренә
Ауҙарып һалырлыҡ нәмә.
Йәшәп беҙҙең арабыҙҙа
Һәм ултырып санабыҙға,
Үҙ йырҙарын йырлай-йырлай,
Беҙҙең менән бара бергә:
Консерватор, бюрократтар,
Спекулянттар һәм ҡараҡтар,
Хулигандар, эскеселәр,
Ялҡауҙар, ғәмһеҙ кешеләр,
Карьеристар һәм ҡомһоҙҙар,
Просто вайымһыҙ-моңһоҙҙар.
Бар әле тормошта беҙҙең
Сүплеккә түгерлек нәмә,
Ысҡына алмаҫлыҡ итеп,
Һәнәккә элерлек нәмә.
Шулар менән, аяу белмәй,
Һин көрәште башла, Һәнәк.
Ҡайҙа күрһәң дә, уларҙы
Сырылдатып фашла, Һәнәк.
Сәнскелә сәсән һүҙ менән
Һин шул яман атлыларҙы,
Юлда таш булып ятыусы
Йүнһеҙҙәрҙе, шаҡшыларҙы.
Оҙон да, ауыр ҙа юлдан
Беҙ барырбыҙ бергә-бергә.
Беҙҙең бурыс уртаҡ, иптәш:
Көрәшергә һәм еңергә.

Февраль, 1956 йыл.

Фото: culture.ru

Автор:
Читайте нас