+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йөҙ йыллыҡты ҡаршылап...
22 Сентябрь 2025, 10:45

Шәйехзада Бабич "Тешһеҙ ҡыҙ"

Барып мин бер көн баҡсаға керһәм,Бороп мыйыҡты, арлы-бирле йөрөһәм,Күҙем төштмәҫме шунда бер туташҡа,Бите ап-аҡ, һыҙылған ҡара ҡашҡа? Белгем килде: был ҡыҙмы, ҡатынмы?Тинем мин: "Иҫәнме, һаумы, аҡыллым!"Боролоп ҡараны, көлөп күҙемә.Тик яуап бирмәне әйткән һүҙемә.

Шәйехзада Бабич  "Тешһеҙ ҡыҙ"
Шәйехзада Бабич "Тешһеҙ ҡыҙ"

Тағы әйттем: - "Туташ, ник дәшмәйһегеҙ?
Хоҙа биргән ауыҙҙы асмайһығыҙ?"
Тағы әйләнем ҡараны туташым,
Үҙе өндәшмәй - тамам ҡаңғырҙы башым.

Уйланым мин уны телһеҙ икән, тип,
Ғажиз булдым, тағы нишләйем икән, тип
Ишара иткәйнем ултырырға,
Тотондо бит туташым ҡоторорға:

- "Ниңә шин мине мышҡыл итәшең,
Улай булша, минең яндан китәшең!.."
Асыуланып, ауыҙын асһа йәнем -
Ике алғы теше юҡ икән уның!

Сәселә төкөрөгө тешһеҙ ауыҙҙың,
Һорағым килмәне исемен яуыздың,
"Асыуланма, - тинем, - һәм көлмәнем мин,
Һинең тешһеҙлегеңде белмәнем мин".

Йомоп йөрөү менән шулай ауыҙҙын,
Теш сығыр тип уйлай, ахыры, яуызың.
Ҡаш һыҙҙыртҡан, ҡалын яҡҡан пудраһын.
Тик онотҡан алғы тештәр ҡуйҙыраһын!

1916

Автор:
Читайте нас