Мин тегене елтерәтеп тигәндәй, тар коридор буйлап алып китеп барам, ә үҙем, күрмәгәнеңде күрһәтәйем әле, тип уны әҙерәк ҡурҡытып алырға булдым.
– Әй, һинең йәшәгең килмәй икән дә ул, шулай булғас, һине ағзалар доноры итербеҙ ҙә ҡуйырбыҙ… – тип капельницаһын һурып алдым да артабан юлды дауам итәбеҙ. Ул ҡурҡыптыр инде, бер аҙға шымып ҡалды. Лифт эргәһенә килеп еттек. Ағыуланған егетте өҫкө ҡатҡа мендерергә кәрәк булһа ла, мин аҫҡы ҡатты – моргты һайланым.
– Моргҡамы, әллә палатағамы?
Егет ап-аҡ булып китте һәм табиптарҙы, һеҙ кеше үлтереүселәр, тип һүгергә тотондо. Аҫҡа төшөп еткәнсе бар көсөнә аҡырып, үҙенә ярҙам итеүҙәрен һораны:
– Зинһар ярҙам итегеҙ, үлтерәләр бит!
Ауырыуҙар, йәш егеткә ҡарап, етмәһә, каталкаға бәйләнгәнен күреп, был бер төрлө, күрәһең, тип иғтибар итмәй генә үтеп-һүтеп йөрөүендә булды. Шулай ҙа берәүһе телгә килде:
– Үлем бик ҡурҡыныс түгел, түҙ, тиҙ генә була ла ҡуя…
Палатаға килеп еткәндә егеттең йөҙөнә ҡарарлыҡ түгел ине…
Артабан ул үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһында ләм-мим, мин үткәргән дәрес, шок терапияһы бик файҙалы булды булһа кәрәк.
2014 йыл, март.