Сәрүәр ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ
Сәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов 1950 йылдың 25 сентябрендә Бөрйән районы Ҡолғана ауылында тыуған. Уҡытыусы, шағир. “Һәнәк” журналы менән даими хеҙмәттәшлек итә.
КЕҮЕК
Көн дә яңы закон сыға –
Ҡыйынлыҡтар бөтөр кеүек,
Тормош етеш,
мохтажлыҡ юҡ,
Күңелдәр ҙә бөтөн кеүек.
Әммә бөгөн аңлап булмай,
Ил карабы ҡайҙа бара?
Эскелектән, эшһеҙлектән
Илдә йәштәр эт һуғара.
Үтәлһә әгәр закондар,
Тормош гөрләп
китер кеүек,
Әллә закондар таралып
Бөтәләрме төтөн кеүек?
Фото: present5.com