+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йөҙ йыллыҡты ҡаршылап...
29 Сентябрь 2025, 13:40

Сөләймән ЛАТИПОВ

Сөләймән Йәнғәли улы Латипов 1954 йылдың 5 мартында Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. Фельетонсы, драматург, публицист. Оҙаҡ йылдар “Һәнәк” журналы менән даими хеҙмәттәшлек итә. Үҙенсәлекле ҡарсыҡ Скетч  Бер ир палатаға инеп барған табип эргәһенә килә. И р. Был палатала ҡәйнәм йөрәк менән ята. Ана, күрәһегеҙме? Т а б и п. Күрәм. Бик үҙенсәлекле ҡарсыҡ. Йөрәге ауырта, тип уйламаҫһың. И р. Ҡатын минең уҫал. Ашар ине. Тик ҡәйнәм мине яҡлай. Шуға ныҡ ихтирам итәм уны. Т а б и п. Ә минең ҡәйнәм улай түгел. И р. Ҡәйнәмдең бер сәйер яғы бар: ул лотерея уйнарға ярата.

Сөләймән ЛАТИПОВ
Сөләймән ЛАТИПОВ

Т а б и п. Лотерея? Әйтәм, кроссворд сисеүҙән бушамай. Шундайға оҡшаған  шул.

И р. Әле, бында ятҡан сағында, уның өйҙә ҡалдырған лотереяһын тикшерҙем. Һәм беләһегеҙме...

Т а б и п. Отҡанмы?

И р. Миллион һум!

Т а б и п. Миллион?!

И р. Эйе! Хәҙер уға миллион һум оттоң, тиһәм... Йөрәге ауыртҡан кешегә, үҙегеҙ беләһегеҙ, удар буласаҡ!

Т а б и п. Дөп-дөрөҫ.

И р. Шуға һеҙҙең менән кәңәшләшергә булдым. Уға нисек тә булһа әйтергә кәрәк бит.

Т а б и п. Ярҙам итәм. Әлбиттә, үҙемдең дә йөрәк шәптән түгел.

И р. Атаҡ! Һеҙ ҙә йөрәк менән ауырыйһығыҙмы?

Т а б и п. Булғылай. Ярай. Былай итәбеҙ: мин ҡәйнәгеҙгә яйлап, ситләтеп кенә әйтермен.

И р. Тик: “Миллион һум оттоң,”– тип  ҡапыл әйтеп ҡуймағыҙ – йөрәге шартлар.

Т а б и п. Ҡайғырмағыҙ, мин всё-таки табип. Ышанығыҙ миңә...

Табип койкала кроссворд сискән ҡарсыҡ эргәһенә килә.

Ҡ а р с ы ҡ. О-о, доктор! Ун хәрефтән торған бәләкәй дәүләт?

Т а б и п. Ватикан...

Ҡ а р с ы ҡ. Вати... кан. Ете хәреф. Юҡ! Люксембург. Әһә!.. (Яҙа).

Т а б и п. Һеҙ лотерея уйнарға ла ярата икәнһегеҙ.

Ҡ а р с ыҡ. Әй, күпме уйнайым, бер отҡаным булманы.

Т а б и п. Әгәр мең һум отһағыҙ, ни эшләр инегеҙ?

Ҡ а р с ы ҡ. Санэпидемстанцияны саҡыртыр инем. Тараҡандарығыҙ бигерәк күп. Бына икмәгемә ябырылдылар. (Гәзит менән тумбочка ситенә һуға.) Аптырағас, урап ҡуйҙым.

Т а б и п. Ә ун мең отһағыҙ?

Ҡ а р с ы ҡ. Дарыу алыр инем – укол эшләтергә. Йүнле дарыуығыҙ ҙа юҡ бит.

Т а б ип. Ә йөҙ мең отһағыҙ, ни эшләр инегеҙ?

Ҡ а р с ыҡ. Йөҙ мең? Һеңлемде, һеҙҙе алып  ресторанға барыр инем. Йүнле ризыҡ ашағаным юҡ. Пенсия бит икмәккә лә етмәй...

Т а б и п. Ә миллион һум отһағыҙ?!

Ҡ а р с ы ҡ. Миллионмы?! Ул саҡта... Бына, икмәк, ант итеп әйтәм, доктор, ул миллиондың яртыһын – һиңә бирәм!..

Доктор уға ҡарап тора-тора ла, йөрәген тотоп, койкаға ауа.

Фото: love.mail.ru

Автор:
Читайте нас