Әлифә үҙе лә һиҙмәҫтән директор менән теге кешенең һөйләшеүен тыңлай башланы. Ҡала Советының икән. Ул ни бары ике-өс һүҙ әйтте. Ә директор ул ҡушҡанды бөгөн үк үтәргә һүҙ бирҙе.
Бер аҙҙан директор, йәшел күҙле өкөнөң уң аяғындағы төймәгә баҫып, секретарҙы саҡырҙы.
- Урынбаҫарҙы!
Ун минуттан урынбаҫар менән һөйләшкәндән һуң кәңәшләшеп эш итергә яратыусы Кәбир Хәбирович тағы төймәгә баҫты:
- Ярҙамсыны!
Ярҙамсы ла килеп етте. Улар оҙаҡ ҡына һөйләште. Күрәһең, мәсьәлә мөһим ине, местком председателен дә саҡырттылар.
- Бына шулай, иптәштәр, беҙҙең алда бик мөһим бурыс тора, – тине директор. – Бөтә сотрудниктарҙы ла мобилизацияларға кәрәк. Тәүҙә активты йыйып һөйләшмәй булмаҫ.
- Дөрөҫ, – тине урынбаҫар. – Беҙҙең халыҡты күтәреүе һыйыр көтөүен ҡуҙғатыуҙан да ҡыйыныраҡ. Актив бүлмәләрҙе йөрөп сығыр, әҙерәк аңлатыу эше алып барыр.
Актив йыйылды. Кәбир Хәбирович мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы.
- Беҙ алдыбыҙҙа торған был бурысты ҙур активлыҡ менән башҡарып сығырға тейешбеҙ, – тип тамамланы ул үҙенең телмәрен. – Кемдә ниндәй тәҡдим бар?
- Дөйөм йыйылыш йыйырға кәрәк, – тине кемдер.
- Дөрөҫ, иптәштәр, бындай ҙур эште дөйөм йыйылышһыҙ йырып сығып булмаҫ, – тип йөпләне директор.
Ниһайәт, эште ойоштороуҙың һуңғы этабы итеп, бер тауыштан дөйөм йыйылыш йыйырға ҡарар ителде. Сөнки был ойошма хаҡында төрлө һүҙҙәр һөйләһәләр ҙә, бында кәңәшләшеп эшләү, йыйылышып һөйләшеп ултырыу ғәжәп юғары ҡуйылғайны.
Кәбир Хәбирович йәнә өкө аяғындағы төймәгә баҫты.
- Хәҙер үк дөйөм йыйылыш! – тине ул секретаргә.
- Әлифә юҡ, Кәбир Хәбирович, – тине секретарь, – иртәнән бирле әллә ҡайҙа юғалды.
- Табығыҙ. Бөтәһенә лә әйтеп сыҡһын. Үҙегеҙ ҙә ярҙамлашығыҙ.
Секретарь, “Әлифә, Әлифә!” тип ҡысҡырып, коридорға сығып китте.
Ә директор, үҙ кабинетында ишекле-түрле йөрөп, дөйөм йыйылышта һөйләйәсәк телмәрен рәткә килтерҙе:
- Иптәштәр! Беҙҙең алда мөһим политик һәм хужалыҡ әһәмиәткә эйә булған етди бурыс тора. Ҡалабыҙҙы ҡар баҫа башланы. Был нәмә, иптәштәр? Был... Был...
Шул саҡ, көтмәгәндә, директорҙың күҙе тәҙрәгә төштө. Йә, рабби! Был ниткән эш?! Ниндәй башбаштаҡлыҡ был?! Бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә, ҡулдарына көрәктәр тотоп, ҡар көрәйҙәр генә түгел, бинаның тирә-яғын, бер квартал юлды ҡарҙан таҙартып бөткәндәр ҙә инде.
Ул арала секретарь Әлифәне елтерәтеп алып инде.
- Бына, Кәбир Хәбирович, эшен ташлап, ҡар көрәп йөрөй, – тине секретарь. – Ә йыйылыш йыйырға курьер юҡ.
- Был ниндәй башбаштаҡлыҡ?! – тип бышылданы директор курьерға.
- Ниндәй? Аңламайым, Кәбир ағай.
- Хеҙмәткәрҙәргә кем ҡар көрәргә ҡушты?
Әлифә еңел тын алды.
- Мин, – тине ул, ғорурлана биреп.
- Ә һиңә кем ҡушты?
- Иртәнсәк телефондан шылтырайтҡайнылар бит, – тине Әлифә, йомшара төшөп. – Ә һеҙ “хәҙер үк эшләйбеҙ” тинегеҙ. Шунан ни мин әйттем дә сыҡтым.
Кәбир Хәбирович, кисәге буран өрөп ауҙарған ҡар кеше һымаҡ, креслоһына ҡоланы.
“Харап ҡына итте был башһыҙ курьер! Шундай тәмләп ойоштора башлаған эште боҙҙо! Бөтөн бер йыйылышты юҡҡа сығарҙы! Э-эх!”
Директорҙың, күҙҙәрен йомоп, уфтанып ултырыуын Әлифәнең һүҙҙәре бүлдерҙе:
- Йыйылыш йыяйыммы, Кәбир ағай?
- Ул ниндәй йыйылыш тағы?! Ҡарҙы көрәп бөткәндәр бит инде! – тип ыңғырашты директор. – Марш!
1965 йыл, ноябрь.