+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йөҙ йыллыҡты ҡаршылап...
30 Сентябрь 2025, 10:55

Рауил ШАММАС

Рауил ШАММАС Рауил Сәхиулла улы Шаммасов (09.11.1930 – 04.01.2024) – хәҙерге Сәтрлебаш районы Уразай ауылында тыуған. Башҡортостандың халыҡ шағиры, үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында “Һәнәк” журналында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. БАҠСАЛА Йәшел яҙ һәм йәй ҡауышҡанШат кистәрҙең береһендәӨс-дүрт әбей осраштыларБаҡсаның иң түрендә. Осраштылар – гәп һаталар:– Был саҡтағы балалар...– Оялмайса, ҡосаҡлашыпҠайһылайыраҡ баралар...

Рауил ШАММАС
Рауил ШАММАС

Әбейҙәрҙә эштәре юҡ,
Йәштәр үтә парлашып,
Шырыҡ-шырыҡ йә көлөшөп,
Йә былбылдай һайрашып.

Зәңгәр сирень ҡыуағында
Ана икәү туҡталды.
Бер әбекәй йөрәген тотто,
«Ах!» тиеп өнһөҙ ҡалды.

Икенсеһе бөгөлөп төштө:
– Үбешәләр!..
Ҡара әле!..
Әлдә генә яндарымда
Валидолым бар әле...

Өсөнсөһө йылмайҙы ла
Ҡайтты йәшлек сағына:
«Үлер инем, үлер инем
Шул егет ҡосағында...»

КЕМДӘР БОҘА?

Улыбыҙҙы йәндәй күреп
Яратабыҙ.
Ул ғына тип, бер генә тип
Йән атабыҙ.
Үҙебеҙ ҙә кеймәгәнде
Кейҙерәбеҙ.
Ни һораһа, шуны эҙләп
Йүгерәбеҙ.
Бала булып, тау саҡлыны
Таптыра ул,
«Давай!» – тиеп, аяҡ тибеп
Аҡыра ул.
Йәнем әрней, йәнем һыҙа:
Урам боҙа,
Урам боҙа...

Сәбәп табам, ауырыуға
Башты һалам –
Шул бала тип ҡайсаҡ эшкә
Бармай ҡалам:
Ваҡытында йоҡлағанмы?
Ашағанмы?
Йыуынғанмы? Сәсен тарай
Башлағанмы?
Аптырайым, ана, тағы
«Ике» алған.
Дәресенә инмәйенсә
Ҡасып ҡалған.
Йәнем әрней, йәнем һыҙа:
Мәктәп боҙа,
Мәктәп боҙа...

Һыйға күмеп, тыуған көнөн
Үткәрәбеҙ.
Бисә менән оло тауыш
Күтәрәбеҙ.
Икәүләшеп тубыҡланып
Алдына беҙ:
«Эсмә! Тартма инде!» – тиеп
Ялынабыҙ.
Аптырайым, боҙола бала:
Эсә, тарта.
Ҡайсаҡ өйгә ауа-түнә
Саҡ-саҡ ҡайта.
Йәнем әрней, йәнем һыҙа:
Кемдәр боҙа,
Кемдәр боҙа?

ЙӘННӘТ ЙОРТ

Бер әсә ул үҫтерҙе
Тәрбиәләп, уҡытып,
Ауыр саҡты үткәрҙе
Һыу йоторҙа – ут йотоп.

Улы хәҙер «ҙур» кеше,
Йәшәй оло ҡалала:
Әсә күңеле – балала,
Бала күңеле – далала.

«Бала»ның бар донъяһы:
Фатиры – иркен ялан.
Бүлмәләрҙә аҙашып
Ҡуя күрмәһен «балаң».

Фырт кәләше бер үҙе
Биләй ике бүлмәне:
Хатта ошо «бала»ға
Шаҡып ҡына кермәле.

Аш бүлмәһе, эш бүлмәһе –
Һәммәһе лә бар бында.
Бер бүлмәлә – зоопарк,
Эттәр, бесәйҙәр унда.

Ул алдары, ул залдары –
Егермеләп урындыҡ.
Әммә ошо йәннәт йортта
Бер әсәгә урын юҡ.

НИМӘ БУЛҒАН?

Кешеләргә өндәшәмен:
– Иптәш! Туған!
Улар миңә күҙ аларта –
Нимә булған?

Күн курткалы шыр аптырап:
– Һаташма, – ти, –
Ул саҡтарҙы ҡайтарырға
Маташма, – ти. –
Малың бармы? Әйтеп һөйләш,
Шул ул – туған…

Ғәжәпләнәм, был донъяға
Нимә булған?

Мыйыҡлыһы яғанан уҡ
Тотоп алды:
– Мыҫҡыллама тыуып килгән
Капиталды!
«Туған», «иптәш» – коммунистар
Ҡалдығы ул.
Донъя башҡа, күҙ асып баҡ,
Алдынғы бул…

Өсөнсөһө арт яғыма
Килтереп һуҡты:
– Бына һиңә! Һөйләп торһаң
Ерле юҡты…

Алдым өлөш.
– «Туған», имеш.
Баҡсаларҙа беште бөгөн
Яңы емеш,
Беҙҙең емеш…
Нимә булған?
Ҡайтып киләм мороном ҡанға
Туҙған килеш.
«Туған», имеш…

 

ҠЫЯМ ҠЫЯММЫ ИКӘН?

Ҙур түрәләр, Ҡыям, тиҙәр,
Әйтерһең дә, ҡуян, тиҙәр.
Боҫоп ҡына тыңлай, тиҙәр,
Маңлайына таш атһаң да,
Ҡаршы әйтергә ҡыймай, тиҙәр.

Үҙ тиңдәре, төлкө, тиҙәр,
Ҡойроҡ болғай белә, тиҙәр,
Ауыҙын-моронон ҡыйшайтҡылап
Кет-кет килеп көлә, тиҙәр.
Алай итеп, былай итеп,
Яйын, малай, таба, тиҙәр.
Ҙурырағын, тәмлерәген
Үҙе алып ҡаба, тиҙәр.

Ә үҙенән түбәнгеләр
Уны һәр саҡ, бүре, тиҙәр,
Яуыздарҙың бере, тиҙәр.
Хәҙер тетеп ташлар, тиҙәр,
Тереләй тотоп ашар, тиҙәр.

Гел йәнлектәр исеме менән
Йөрөр өсөн тыуған микән?
Ҡайһы яғы үҙе икән?
Ҡайһы яғы Ҡыям икән?

ОҠШАШЛЫҠ

– Өләсәйем, нимә булды?
Ниңә ҡапыл иланың?
– Был тиклем дә олатаңа
Оҡшарһың шул, илаһым.

Һинең һымаҡ, бит-күҙҙәре
Һаҡалға сумыр ине;
Һинең һымаҡ, аяғына
Күтәртмә ҡуйыр ине.

Меҫкенкәйем көнө-төнө
Сабата туғыр ине;
Тубыҡтары, һинекеләй,
Ышҡылып, туҙыр ине.

Салбарыңдың ямауҙары
Нәҡ уныҡы, балаҡай...
– Әллә джинси кейҙеме
Шул саҡта уҡ бабаҡай?

– Джинсилер... Бар булмышы
Нәҡ һиндәй ине, балам...
Һине күргән һайын, балам,
Ҡартымды иҫкә алам.

Автор:
Читайте нас