Ә улар:
— Хоҙайҙың тәҡдире,— тип намаҙ менән сиңерткә ҡыуып яталар.
* * *
Илле саҡрымдарға ерҙе иңләп, эре ҡамыллы, диңгеҙ тулҡындары һымаҡ, тулҡынланып ултырған игенде саранча армияһы ҡара ер яһап барыуын да дауам итә. Халыҡ күҙ йәше менән илай. 1921 —1922 йылғы аслыҡ дәһшәттәре алда кәүҙәләнеп йөрөй башлай. Эсе динһеҙ большевиктарға асыу-нәфрәт менән тулған Сабир мулла ваҡытты әүлиә тип белеп, вәғәзгә тотона.
— Йәмәғәт! Был беҙгә хаҡ тәғәлә тарафынан ебәрелмеш бөйөк афәт. Илебеҙҙә боҙоҡлоҡтар бик күбәйҙе. Ваҡ ҡына маңҡа малайҙарға тиклем хаҡ тәғәлә хәҙрәттәренә тел тейҙерә башланылар. Хаҡ тәғәлә шуға күрә лә ғазабын ебәрә. Аллаһы тәбарәкә вә тәғәләгә ялбарып ғибәҙәт ҡылһаҡ, хәйер-саҙаҡаларҙы күберәк бирһәк, алла ғафуррәхим ярлыҡар, бәдки афәтен дә өҫтөбөҙҙән алыр...
Ике көн инде туҡтауһыҙ намаҙ дауам итә. Ике көн инде муллаға хәйер – йомортҡа, тауыҡ, он, баҡыр, көмөш аға. Ләкин ни сара! – саранча күбәйгәндән-күбәйә генә бара, ике рәҡәғәт намаҙ уҡылып бөткәнсе бер нисә десятина ашлыҡ ҡара ергә әйләнгән була.
Халыҡта аһ, халыҡта күҙ йәше.
***
Ямғырлыраҡ йәйге көн.
Фуражкамды баҫа биреп кейәм дә, яғамды торғоҙоп, урамға атылам. Урам күңелһеҙ, ҡараңғы. Дерелдәп, хәҙер ишелергә торған бейек ташлы тау шикелле ҡалын-ҡалын ҡара болоттар ҡайҙалыр шәп-шәп аға. Ойпаланып бөткән иҫке көпөһөнә уранып, дер-дер ҡалтырап торған туҙған сәсле Наташа ҡабаланып төп торлағына ҡайта. Канауҙан ниндәйҙер ыңғырашҡан тауыш ишетелә. Бысраҡты ярып, извозчиктар ҙа иртәнге поезға өлгөрөргә ашығалар. Бер нисә урындан гудоктар үҙҙәре лә иренеп кенә халыҡты күҙен асырға саҡыра. Ҡала ыңғыраша, торғоһо килмәгән иҫерек шикелле ғырылдай. Төнгө шау-шыу, ҡараңғылыҡтан арыған, торғоһо килмәй. Шул мәлде мин урамға ташланам. Ҡаршыға һәр ваҡыт шаян һөйләшеүсе беҙҙең баҡса ҡараусы Хәмит бабай килеп сыҡты.
– Бәй-бәй... Был ниткән эшең был? Бер ваҡытта ла былай иртә тормағаныңды, бөгөн ни эшләп улай иртә торҙоң? – ти.
– Осорға барам, бабай, осорға!.. Ана теге болоттар өҫтөнә менеп, ҡояшты ҡарарға итәм. Быйыл йәй үтеп бара, ҡояшты күргәнем юҡ әле. Унан шул болоттар араһынан саранчаларға газ яуҙырам. Халыҡты афәттән ҡотҡарырға барам, – тим.
– Мылтыҡтарығыҙ ҡайҙа һуң? – ти.
– Беҙ мылтыҡ менән һуғышмайбыҙ бит, бабай. Уларҙы газ менән тонсоҡтороп үлтерәбеҙ, – тим.
– Ярай, бар, бар. Түлке башыңды ярып ҡайтма, – ти.
Мин көлә-көлә, ашығып, аэродромға табан атлайым. Шаян ҡарт арттан тағы:
– Әй! Һин бер менгәндә шунда ямғыр яуҙыра торған фәрештәләргә лә газыңды ебәреп төш! Юғиһә, ағыҙалар бит инде, – тип көлөп ҡала.
***
Беҙ болоттар араһында...
Мотор бер туҡтауһыҙ геүелдәй. Ҡорос ҡанаттар һауалағы болот тип исемләнгән томанды гиҙеп, ярып алға йөҙә бирә. Ҡайһы мәлдә шаярып, уйнаҡлап болоттар өҫтөнә сыға ла ҡояш нурҙарына мансыла, болоттарҙы аяғына йығылырға мәжбүр итә. Мин ерҙәге һыҙыҡтар, бәләкәй генә ҡарға ояларына (ауылдарға) ҡарайым ла көләм.
— Минең урында Хәмит бабай булһа, нишләр ине икән? Болоттарҙы йөрөтөүсе фәрештәләрҙе эҙләр инеме икән? — тим.
Барып еткәнемде белмәй ҙә ҡалдым. Ана саранча армияһы.
Беҙҙең самолеттан таралған томан төҫөндәге газ, саранча армияһын ҡамап, тонсоҡторорға тотондо. Ҙур, ҡаты көрәш башланды, йә беҙ, йә улар. Бер нисә сәғәт үтеү менән еңеү беҙҙең яҡта икәне мәғлүм ине инде.
* * *
Көслө, ҡурҡыныс армияны еңеүсе ҡорос ҡанат самолет Африканың ҡалын ҡара урмандарындағы бөтә йәнлекте быуып ташлап, үҙенә тиң тапмай, арлы-бирле йөрөгән арыҫлан шикелле, мөһабәт, яй ғына ергә ултыра.
Кисә генә өҫтөнән ҡара һөрөм осҡан ауыл бөгөн шат. Ҡурҡыныс дошман яуын еңеү уңайына бөгөн байрам итә. Бала-сағалар самолет тирәһендә йүгерешә.
– Яраплан!.. Яраплан!..
Беҙ көлә-көлә самолеттан сығып, халыҡ алдына төшәбеҙ. Яңы ғына һуҡанан, утауҙан ҡайтҡан ҡатҡан ҡулдар беҙҙе алҡышлай.
– Урра!.. Урра!..
Шунда ситтәрәк торған Гөлъямал еңгә:
– Күк тауығымды юҡҡа муллаға бирҙем. Бөгөн бына быларға ашатыр инем, – ти.
Мин:
– Еңгә, беҙ тауыҡ өсөн йөрөмәйбеҙ, – тим. Шунда торған Миңъямал көлә:
– Ағай, мине лә осороғоҙ әле,— ти.
– Әйҙә, ҡалаға барһаң, алып китәбеҙ, – тим.
– Барам, – ти.
* * *
Аэродромда беҙҙе хисапһыҙ күп халыҡ ҡаршы алды. Ергә яҡынлашыу менән музыка уйнап ебәрҙе.
Минең нисек ҡайтҡанды күрер осоп Хәмит бабай ҙа килгән. Ул һаман шул көлөн һөйләшеүен ташламаған.
– Ну, улым! Теге фәрештәләргә газ ебәрҙеңме? — ти.
– Бына берәүһен тотоп алып төштөм, – тип Миңъямалды күрһәтәм. Ул һаман көлә.
– Улайһа көн аяҙыр инде, – ти.
1926 йыл. (1988 йыл, ноябрь).