+14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йөҙ йыллыҡты ҡаршылап...
6 Октябрь 2025, 14:25

Әлиф ҒӘЛИМОВ

Әлиф Ғабдулла улы Ғәлимов  (1957 йылдың 5 декабре – 2022 йылдың 23 марты) Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылында донъяға килгән. Эшсе, сауҙа хеҙмәткәре.“Һәнәк” журналы менән даими хеҙмәттәшлек итте. Аренда Әйтәләр: ысын дуҫлыҡты Ауыр саҡтарҙа һына. Әлһерәгән бер эт ята, Кермәйсә ояһына.

Әлиф ҒӘЛИМОВ
Әлиф ҒӘЛИМОВ

Йомортҡа һалырға тауыҡ

Эйәләшкән ояға.

Эт ояһында ултырырға

Шул саҡтарҙа ояла.

 

Ҡырағай баҙар тәртибен

Нисек инде тыяһың?

Эт әтәскә биргән икән

Арендаға ояһын.

2020 йыл, июль.

 

САҠЫРЫУ БУЙЫНСА

Кеҫә телефоным шылтырағас, сәғәткә ҡарап алдым, алты тулып килә: кисә һөйләшкән клиентка иҫкә төштө. – Иҫәнмеһегеҙ! Онотманығыҙмы? Беҙ һеҙҙең менән бөгөн сәғәт алтыла минең фатирҙа осрашырға һөйләшкәйнек, килә алаһығыҙмы? Көтәм. – Эйе-эйе, – тигән булһам да, эш менән мауығып һуңға ҡала яҙғанмын. Бүлмәмде бикләп, тиҙ генә урамға ашыҡтым.

Бөҙрәханала эшләгән саҡ, оҫта ҡулдарым бик күптәргә оҡшай. Клиенттарым байтаҡ йыйылды. Эштән һуң, ял көндәрендә ҡайһы берҙә өйҙәренә лә саҡыралар. Таныштарым аша таныш булмағандары ла шылтырата. Бөгөнгө клиенткам да шундайҙарҙың береһе. 

Бер үк төрлө бишәр ҡатлы йорттар урамы буйлап атлайым, ашығам. Адресты ла яңынан ҡарап торманым, иҫтә кеүек. Подъезд ишеге асыҡ, кирбес терәп ҡуйғандар, кәрәкле ҡатҡа бик тиҙ күтәрелдем. Ҡыңғырау төймәһенә лә ҡат-ҡат баҫырға тура килмәне. Көткәндәр, ахыры, бер ҡат баҫыуға ишек асылып, унан утыҙ биш йәштәрҙәге сибәр генә ир заты күренде. Ҡыҙыҡһыныусан ҡарашы менән баштан-аяҡ ҡарап алды ла, йылмайып: “Ни йомош?” – тине. Минең йылмайып торған иргә ҡарап асыуым килә башланы:

– Я вообще-то по вызову, – тигән булдым, ярты битемде ҡаплап торған ҡояштан һаҡланыу күҙлегемде һалып. Түштәремде ҡыҫып торған кофтамдың өҫкө ысҡынған төймәһен эләктереп, баҫҡыстан ашығып менгәндә күтәрелгән ҡыҫҡа юбкамды аҫҡараҡ тартҡылап торғанда ир көлөргә тотондо:

– Әле лә шундай “вызовтар” бармы ни ул?

– Бар! – тинем бөтөн асыуымды йыйып,– бар! Мин парикмахерша.

Шунда ғына ир эштең нимәлә икәнен аңланы булһа кәрәк, ҡатынын саҡырҙы. Бына был туташ“по вызову”тип аңлата башлағайны, ҡатыны тыңлап бөтөрмәне:

– Ситкә йөрөүең етмәгән, хәҙер өйгә саҡыра башлағанһың,– тип ҡоторған күҙҙәре менән ирен ситкә этеп, миңә ташланды, сәсемдән эләктереп ала яҙҙы, ярай, ире уны тотоп өлгөрҙө.

Мин баҫҡыс буйлап аҫҡа йүгерҙем. Булһа ла була икән. Бындай хурлыҡҡа ҡалырмын тип уйламағайным: сәс киҫергә килеп, үҙемдең сәсте йолҡоп ебәрә яҙҙылар. Алла Һаҡлаһын! Кем мине шулай тупаҫ шаяртты икән, тип уйлай-уйлай  подъездан урамға сыҡтым. Бер аҙ атлағас, төшөнкөлөккә бирелгән башымды күтәреп артҡа ҡараным, ҡыуып килмәйҙәрме, йәнәһе. Шул саҡ күрше йорттоң номеры күҙгә салынды: алтынсы йорт, миңә ошоһо кәрәк ине лә баһа, ашығып, күршеһендәге йортҡа инеп киткәнмен икән. Хәҙер инде ашыҡманым, телефонымды алып, клиентканың номерын йыйҙым.

Фото: vklook.site

 

Автор:
Читайте нас