–Берәй нәмә уйламай булмаҫ, былай ярамай. – Фәрит, уйға талып, елкәһен тырнаны. Күп булһа, берәй аҙна ваҡыт уҙғандыр. Фәрит менән Тәнзилә, эштән һуң, киске аш ашап ултыралар ине. Ғәҙәтенсә, шаҡымай-нитмәй, күршеләре Ғариф ағай килеп инде.
– Һин нимә, Фәрит ҡустым, мине бур итәһең?! Һинең йомортҡаларыңды мин урлай тиһеңме? Кәрәктәре бар ине. Үҙебеҙҙең тауыҡтар, аллаға шөкөр, тупылдатып ҡына тора. Апайың ана, баҙарға сығарып, һатып өлгөрмәй. Һинең үҙеңә оят, минән күрәһең.
– Туҡта әле, ағай! Кем һинән күрә? – Фәрит, Тәнзиләгә ҡарап, хәйләкәр йылмайҙы.
– Бына, ошоно, кем яҙған һуң?! – Ғариф ағай, кеҫәһенән дүрткә бөкләнгән дәфтәр битен алып, уҡый башланы: “Ғариф ағай! Оло кешеһең, оят түгелме һиңә, йомортҡа урлап йөрөйһөң?! Исмаһам, беҙгә лә әҙерәк ҡалдырыр инең!” тигәнһең. Һин бит яҙғанһың. Һинең яҙыуыңды таныйым мин. Рәзве мин бурға оҡшағанмын?!
– Оҡшамағанһың да ул, ағай! Тик ул ҡағыҙҙы ҡайҙан таптың?
– Ҡайҙан булһын, нейҙә... тауығың ояһында, ҡыҫтырыулы тора ине... – Ошо ерҙә генә Ғариф ағай үҙенең тотолғанын аңланы, тик һуң ине. Ул ыҡ-мыҡ итте, бәләкәй балаларҙай ҡыҙарҙы. Нисек ҡапыл ғына килеп инһә, шулай шылыу яғын ҡараны.