+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йөҙ йыллыҡты ҡаршылап...
8 Октябрь 2025, 13:45

Раушан ҒӘЛИМОВ

Раушан Рәмил улы Ғәлимов 1974 йылды 11 февралендә Мәсетле районы Тайыш ауылында тыуған. Агроном. “Һәнәк”тең даими авторы. Балта оҫтаһы Гөлфая баҡсаһында соҡоноп йөрөй, ҡойма янына ҡоҙағыйы Нурхая килеп баҫҡан да, инде бына ярты сәғәт хәбәрен һата. Уныһы тормошон һөйләй, быныһы көнкүрешен бәйәнләй. Гөлфая ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, ә Нурхая ярайһы ғына оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әңгәмә бик йәнле барған төҫлө: ауыл яңылыҡтары менән дә бүлешәләр, кеше лә сәйнәп өлгөрәләр шул арала. Нурхая бының баҡсаһын маҡтаны, Гөлфая уның һүҙҙәрен хуплаған була.

Раушан ҒӘЛИМОВ
Раушан ҒӘЛИМОВ

— Яҙ Зареманан был симаналарҙы бер яртыға алып ҡалып сәскәйнем, һаман шытмай ята әле, — тине шул саҡ Гөлфая бер түтәлгә ымлап.
— Эййй... Бынау ҡыҙҙарҙы әйтәм: бер атаның балалары — икеһе ике төрлө! Кесеһен бигерәк уңған, тиҙәр ҙә уның. Балта оҫтаһы, тиме. Булған кеше булдыра инде! Бер ҙә “ҡыҙмын”, тип ҡарап тормаған, “егеттәр шөғөлө”, тип ҡурҡып ултырмаған. Хәҙер бит хатта ирҙәр ҙә ул балта тигән нәмәне тота белмәй. Вәт, әй! Олатаһы Хисам ҡарт мәрхүм тирә-йүндә данлыҡлы балта оҫтаһы була торғайны ла инде. Иҫеңдәлер — “йән тартмаһа ла, ҡан тарта”, тигәндәй. Беҙҙең ауылда ни йорт фәлән төҙөгән кеше юҡ та инде хәҙер, шуға ситкә сығып киткән, тиҙәр.
— Кемде һөйләйһең, ҡоҙағый?
— Ғәли ҡыҙын әйтәм, сығып киткән, тип.
— Тағы киткән шул?..
— Тегеһе түгел инде, Баныу малайында торғаны. Уныһы — олоһо түгелме әле? Ни донъя көтөргә юҡ, ни эшләгән эше, тигәндәй. Бер көн килен ниндәйҙер йомош менән ингән икән. Теге ҡатын өйҙә юҡ, ти. “Ҡатының ҡайҙа?” — тигәнгә: “Уның сығып китә торған ғәҙәте бар. Йөрөп туйһа, ҡайтыр әле”, — тип тора, ти, ыжламай ҙа. Килен үҙе лә: “Бер әйткәйнем, — ти, — шундай шәп егетһең, ул ҡатын һиңә ни бысағыма кәрәк, ҡыу уны!” — тип. Беләһеңме, нимә тип яуаплаған? “Ул бигерәк балыҡты оҫта һата”, — тип. Баныу малайы балыҡ тотоу менән булашҡан була ла инде. Тапҡан оҫта! Әҙер балыҡты һатырға ни?! Балыҡ һата, тип кенә эт юлында йөрөгән ҡатынды аҫрарға башына тай типмәгәндер! Ул бисәләрҙе лә әйтәйем инде — ҡайҙан өлгө алған эсеп, ир өҫтөнән гүляйт итеүҙе! Исмаһам, һеңлеһенән үрнәк алһын ине... Әллә апаһымы, әллә?.. Кит, кит инде, илаһым — бер атанан, бер тормош күреп үҫкәндәр!
— Кемде һөйләйһең, ҡоҙағый?
— Ғәли ҡыҙҙарын әйтәм — икеһе ике төрлө, тим!
— Ҡайһы Ғәлиҙең?
— Атаҡ, Ғәли берәү түгелме ул беҙҙә?
— Мин дә шулай тим дә... Һуң, Ғәлиҙең ҡыҙы берәү генә лә, Баныу малайында торғанын әйтәһеңдер ҙә? Зареманымы?
— Балта оҫтаһы булып йөрөгәне кем ҡыҙы, улайһа?
— Шулдыр! Шунан башҡа балта тоторҙай ҡатын-ҡыҙ юҡ ауылда. Ир генәһе: “Балыҡты оҫта һата”, — тип маҡтағас, килене тегегә балтаһын алып барып күрһәткән, ти. “Оҫта ғынамы — балта оҫтаһы ул һинең бәғеркәйең!” — тип әйткәс, тегенән “балта оҫтаһы”, тип көлгәндәр имеш. Баҡһаң, зимагур бисәкәй ауырлығы күп булһын, тип балыҡтар эсенә һапһыҙ балта ҡушып һатҡан икән. Бер уға ғынамы, тиһәң — юҡ: Кәфиәгә, Әлфиәгә лә һатҡан, ә Гөлфиәгә таш ҡайраҡ һалып ебәргән, ти, хатта!
— Бәй, ҡарамағандар микән шундуҡ?.. Эй, аллам! Бигерәк олатаһына оҡшамаҫ, шулай! Ул да данлыҡлы балта оҫтаһы ине бит — Хисам ҡартты әйтәм. Мәрхүмкәйең шулай кешегә бураһын бурашып, өй төҙөшөп, тирә-яҡта йөрөй торғайны. Гел генә эш түгел дә инде — арып та киткәндер. Шул арала, берәр ай дауамында эсеп тә ала. Хәйерселәп берәй өйгә кергәндә, күҙенә балта-фәлән күтәрмәлә салынһа, шундуҡ ҡуйынына тығыр ҙа, инеп, хужаһына үҙ балталарын бер яртыға һатып сыға торғайны. Оҫта булғас, кем шикләнһен дә, етмәһә — оҫтаның “үҙенең” балтаһын ҡулға төшөрөргә кем теләмәһен инде?..

2025, июнь.

 

Автор:
Читайте нас