Хәлиҙә ирен йоҡоһонан уятып, тамағын туйҙырҙы ла, биҙрәләрен алып еләккә сығып китте. Ауылға яҡын урман аҡландары буйынан-буйы шау еләккә күмелгән. Тиҙ арала йыйып өлгөрмәһәң, ауыл көтөүе йәки көтөүгә ҡушылмаған мал-тыуар килеп сығып һәләк итеп тә ҡуйғылай ризыҡты. Ҡатын үҙе генә белгән урынға китте. Бында еләк айырыуса күп һәм эре.
Тәүге биҙрәне яртылаш тултырып барған сағында, аҡлан ситенә елдереп ниндәйҙер бер ят көплө «Газель» килеп туҡтаны. Руль артынан һары сәсле, тулы кәүҙәле һәм уҫал йөҙлө ят ҡатын кеше килеп төштө. «Күренеп тора – беҙҙең яҡ кешеһе түгел. Ҡала мәрйәһелер» тип уйланды Хәлиҙә. «На выход! Построились!» тигән хәтәр команда яңғыраны. Шул саҡ машина эсенән ете-һигеҙ ир-ат килеп сығып теҙелеп баҫты. Улары ла таныш түгел. Төҫ-ҡиәфәттәре менән ғәҙәттәге ауыл алкаштарынан әллә ни айырылмай. «Абау, был бер көтөү ирҙәр нишләйҙәр бында яңғыҙ ҡатын менән? Етмәһә, көпә-көндөҙ! Бәйләнә башлаһалар, нисек ҡасырға?» тигән хәүефле уйҙар өйөрөлдө Хәлиҙәнең башында. Тик теге ҡатын яңғыҙы булһа ла, бирешә торғандарҙан түгел икән. Ул ирҙәрҙең һәр береһенә кескәй һауыт тотторҙо ла, «Бегом марш по ягоды!» тип эшкә ҡушты. Тегеләре, хыянат итеп тотолған аҙғын ир ҡиәфәтендә, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, баш баҫып, еләк йыйырға кереште. Улар Хәлиҙәгә тамсы ла иғтибар итмәй. Тегеһе бик ҡаты тота үҙҙәрен. Һәр береһенең эшен күҙәтеп кенә тора, ҡаты командалар биреп алырға ла онотмай. Был күренеш Хәлиҙәне тынысландырғандай итте. Бер көтөү кеше тотонғас ни, тиҙ арала аҡландағы еләк юҡҡа сыҡты. Хәлиҙәнең беренсе биҙрәһе тулып та өлгөрмәне, тегеләр шул арала биш-алты йәшникте тултырып, машинаға тейәп тә ҡуйҙы. Ҡатынҡай ирҙәрҙе һарыҡ көтөүен ҡайырғандай һәүкәләп, машинаһына ултыртып алды ла елдереп сығып та китте.
Иртәнсәк, ҡала баҙарына килгәс, Хәлиҙә емеш-еләк һатылған рәт буйлап китте. Маҡсаты – һатыр өсөн урын алып ҡалыу. Шул саҡ күрше рәттә еләк һатып ултырыусы таныш йөҙҙө күреп ҡалды. Был теге мәрйә бит! Янында еләк тултырылған теге биш-алты йәшниге теҙеп ҡуйылған. Тик был юлы янында теге ирҙәр генә күренмәй. Хәлиҙә баҙарға икенсе тапҡыр килгәнендә теге мәрйәнең кем булыуын асыҡлай алды. «Полиция бүлексәһе начальнигының ҡатыны, ун биш тәүлеккә ултыртылғандарҙың файҙаһын күрә» тинеләр уға. Бына ниндәй йылғыр ҡатын булып сыҡты ул!
2023 йыл, июль.