+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йөҙ йыллыҡты ҡаршылап...
14 Октябрь 2025, 14:40

Хөснулла ТҮЛӘКӘЕВ

Хөснулла Түләкәев (1931 – 2000) Мәләүез районы Бәләкәй Моҡас ауылында тыуған. Шағир, журналист. 1974 – 1982 йылдарҙа “Һәнәк” журналында эшләй. Һандуғас менән кәкүк МәҫәлҺандуғастың ояһынаЙомортҡа һалғас Кәкүк,Әйткән:– Үҫтер тәрбиәләп,Шәп йырсы булһын берүк.

Хөснулла ТҮЛӘКӘЕВ
Хөснулла ТҮЛӘКӘЕВ

Тегеһе баҫып сығарған,
Бар көсөнө ҡараған.
Матур йырҙар өйрәнһен тип,
Өҙөп-өҙөп һайраған.

Әммә бөтә тырышлығы
Булған икән тиктәҫкә –
Ҡошсоҡ бар булмышы менән
Оҡшап үҫкән Кәкүккә.

Тауышы ла хас уныҡы,
"Һүҙ" ҙә бер генә – "Кәкүк!"
Һәм һәйбәт тә, үҙгәрмәһен,
Шул көйө ҡалһын берүк.
Өҙөлөп һайраһын Былбыл,
Әйҙә саҡырһын Кәкүк!

 

Автор:
Читайте нас