Һары таңдың нурҙарынан уянып,
Әҙер Илгиз ҡара ергә таянып,
Нисәнсе көн ҡулда үҙен күтәреп,
Әллә йөҙгә еткерәм тип үртәлеп,
Килә эшкә илһамланып, дәртләнеп.
"Һәнәк"тәргә яҙылырға сират күп,
Әҙерләнә ҡатын-ҡыҙҙар кистән үк,
Ни өсөнмө? Сөнки ҡыҙҙың матурын,
Әсир итеп портрет яһай батырың-
Кисточкаһы уйнай ҡулда Артурҙың.
Һандуғастай һайрай "Һәнәк" һабында,
Әйтерһең дә үҙен тоя табында,
Нимә, ҡайҙа, ҡасан тигән һорауға,
Әҙме-күпме ваҡыт үткән арала,
Күҙен йомоп яуап бирә Дилара.
Һәр битенә нимәләрҙе баҫаһын,
Әкрен генә һынап һүҙҙең баһаһын,
Ныҡлап ышҡып "Һәнәк" тең һәр асаһын,
Әй, тырыша Диана һәм Заһиҙә,
Күңел менән юморҙы улар һиҙә.
Әллә "Һәнәк" журналы,
Әллә журнал һәнәге,
Ҡайҙа барһаң, нишләһәң дә
Тейеп тора кәрәге.
Әллә шаян Марсәлим,
Әллә Илгиз Вәкилиш,
Аралашҡан, күргән һайын,
Ҡала изге кисереш.
Акро:
Һәнәк эше - хаҡлыҡ эше,
Әйтмәҫтәйҙе әйттерә,
Нейтмәҫтәйҙе нейттерһә лә,
Әйтешкәндә тоҡанғанды
Көлөп кенә һүндерә.
“Һәнәк”тең үҙ хәбәрсеһе.