Юлламаның хужалары кем?
“Һәнәк” журналының юбилей кисәһендә филармония фойеһында подписка ойошторолғайны. Алдан әйтеп килеүебеҙсә, байрамда яҙылыусылар араһында “Ҡарағай” шифаханаһына ике ЮЛЛАМА отторолдо. Уйындың ғәҙел барғанын иҫбатлап, лоторонды әйләндерергә, алып барыусылар залдан ултырған берәүҙе сәхнәгә саҡырҙы. Ул миссия – Ғафури районынан байрамға тип килгән ветеран уҡытыусы, “Һәнәк”тең авторы Рима апай Рафиҡова тәтене.
Ә бәхет кемгә йылмайҙы, беләһегеҙме? Бына улар: Өфөлә йәшәүсе Рәмилә Әбдрәхимова, ул бер нисә гәзит-журналға яҙылып, бер түгел, ике бүләкле булды: “Һәнәк”тең махсус бүләге һәм төп бүләк – ЮЛЛАМА. Икенсе ЮЛЛАМА – абруйлы уҡытыусы, Әлмира Абдуллинаныҡы булды, ул да баш ҡалала йәшәй. Тағы ла бер “Һәнәк”тең махсус бүләге милли рухлы, ут сәсрәтеп кенә торған бер апайҙың ҡулында, исем-фамилияһын яҙып алмағанбыҙ, ә Александр Королев уны фотокамераһына эләктереп өлгөргән. Бәхетлеләрҙе ҡотлайбыҙ, эррәхәтләнеп, ял итеп ҡайтығыҙ, йәме!
Әйткәндәй, ул көндө “Һәнәк”кә 39 кеше яҙылған, афарин, журналы уҡыусыларыбыҙға рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бергә ҡалайыҡ!
Фото: А. Королев.