Миңә үҙ ғүмеремдә Имай Насыриҙан башҡа «Һәнәк»тең бөтә баш мөхәррире менән дә күрешеп һөйләшеү, ә күптәре менән яҡындан аралашып йәшәү бәхете тейҙе. «Һәнәк»тең тәүге мөхәррире Ғариф Ғүмәр, һуғыштан һуң тергеҙелгән башҡорт сатирик баҫмаһының беренсе етәксеһе Назар Нәжми, унан һуң мөхәррир булып эшләгән фронтовик журналист Һиҙиәт Әсәҙуллин... Заманында «Һәнәк» сатираһын үҫтереүгә күп көс һалған оло ағайҙарым: Һәнәкбай псевдонимын үҙ иткән Сәйфи Ҡудаш, Һаҡалтай – Сәғит Агиш, Мәргән – Нәҡи Иҫәнбәт, Һәнәкле – Ғайнан Әмири... Яңынан тыуған журналыбыҙ редакцияһында эшләгән йәки уның редколлегия ағзаһы, авторы булған уҡытыусыларым, кәңәшселәрем Кирәй Мәргән, Ибраһим Абдуллин, Фәрит Иҫәнғолов, Рәйес Ғабдрахманов, Тимер Арслан, Михаил Воловик... Оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотошоп редакцияла бергә хеҙмәт иткән ҡәләмдәш дуҫтарым Әнғәм Атнабаев, Агиш Ғирфанов, Рәдиф Тимершин, Мансаф Ғиләжев, Риф Мифтахов, Хөснулла Түләкәев, Сәғит Сафиуллин, Нур Ғәлимов, Камил Азнаев, Фират Хажиев, Альфред Штабель, Хәлил Әхтәмов... Улар барыһы ла «Һәнәк» тарихында яҡты эҙ ҡалдырып, юҡ, китмәнеләр, – күңелдәребеҙҙә йәшәйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә 1925 йылдың 15 сентябренән “Яңы ауыл” гәзитенә ҡушымта рәүешендә сыға башлаған “Һәнәг”ебеҙгә исем ҡушып, фатиха биргән Мәжит Ғафуриҙы ла, 1922 йылда уҡ Башҡортостанда “Бабич” журналын ойоштороп, сатирик матбуғатыбыҙға нигеҙ һалған Дауыт Юлтыйҙы ла күрергә насип булманы. Әммә шуныһы ҡыуаныслы, халҡыбыҙҙың был данлыҡлы улдарының яҡын туғандары, ейән-ейәнсәрҙәре менән аралашып йәшәйем. Әле бына Санкт-Петербургта үткән ижад кисәләремдә Наилә Таң ҡыҙы Юлтыева оҙатып йөрөнө.
Көлөүҙең файҙаһы хаҡында күп яҙалар. Беҙ уның кеше организмы өсөн шифалы дарыу икәнен дә, йәмғиәтебеҙҙе яман сирҙәрҙән дауалаусы тәьҫирле көс булыуын да яҡшы беләбеҙ. Бөйөк Гоголь әйткәнсә, бер нәмәнән ҡурҡмаған кеше лә көлкөгә ҡалыуҙан ҡурҡа. Бына ниндәй ғәйрәтле, тылсымлы нәмә ул – көлөү!
Тик шуныһы: «Һәнәк» көлдөрөп кенә ҡалмай, кәмселектәрҙе осло йәптәренә элеп алып, һелкеп һала. Хатта бик ҡалын тиреле түрәләргә лә үтә ине уның тәнҡит һүҙе. “Ине” тим, сөнки мин үҙем эшләгән осорҙо күҙ уңында тотам. Бөгөн иһә маҡтанып түгел, ғорурланып әйтәм: беҙҙең заманда кешеләр «Һәнәк»те ныҡ ярата ине. Ул ваҡытта журналыбыҙҙың тиражы 67 мең данаға барып еткәйне. Юғары сифатлы матбуғат баҫмаһы сығарыу менән бергә беҙ уҡыусыларыбыҙ менән дә һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Даими осрашыуҙар, көлкө кисәләре, карикатуралар күргәҙмәләре, редакцияға килгән хаттарҙы урындарға барып тикшереү һәм фельетондар яҙыу, һәр төрлө рейдтар ойоштороу – яратҡан эшебеҙ шулар ине.
Сатира-юмор өлкәһендә ең һыҙғанып эшләгән журнал коллективын республика Юғары Советы ике тапҡыр (1975,1992) Маҡтау грамотаһы менән бүләкләүе, әлбиттә, үҙебеҙҙең мөхәррир-шағирыбыҙ әйткәндәй, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер. 1996 йылда «Һәнәк» Рәсәй журналистар союзы тарафынан илебеҙҙең иң яҡшы сатирик баҫмаһы тип баһаланды, ә 2001 йылда ул Санкт-Петербургта үткәрелгән Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары фестиваленең лауреаты булды. Журналыбыҙ шулай уҡ Рәсәй киң мәғлүмәт сараларының Алтын фондына индерелде.
Һай, был ғүмерҙәр! “Һә” тигәнсе үтә лә китә икән. Ә бит минең бөтә ғүмерем “Һәнәк” менән бергә үткән. 7 йәштән, йәғни журналдың һуғыштан һуң сыға башлаған тәүге һанынан алып, уны уҡып үҫтем. 14 йәштә “Һәнәк”тә беренсе фельетоным баҫылды, ә 24 йәштә, университетты тамамлап, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, редакцияға урынлаштым. Һәм шунда ғына эшләнем. Һуңғы утыҙ йылда баш мөхәррир булып ултырҙым. Юҡ, утырманым – саптым. Шулай сабып йөрөй торғас, мин аяҡ баҫмаған ауылдар ғына түгел, фермалар ҙа ҡалманы, буғай.
Тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә фельетондар яҙып, яҡшы кешеләргә – яҡшылыҡ, насар бәндәләргә насарлыҡ эшләүем, әллә күпме дуҫтарым, дошмандарым барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләп тормайым. Бөгөн иһә һәйбәт кешеләргә генә түгел, аламаларына ла рәхмәтлемен. Сатирик әҫәрҙәр яҙыр өсөн әллә күпме тема бирҙе бит улар. Шуға уларҙы ла хөрмәт иткән кеүек яратам. Тик шуныһы: мине бер генә хөрт кеше лә яратмай. Хатта юрый ғына ла.
Үгеҙ йылында тыуған кеше булараҡ, үгеҙ кеүек, егелеп тартырға тура килде сатира-юмор йөгөн. Тарта торғас, үҙем дә һиҙмәҫтән ҡартайып киткәнмен. Ә ҡарт үгеҙҙе нимә эшләтәләр инде? Әлбиттә, иткә оҙаталар. Шөкөр, мине улай итмәнеләр, ҡәҙерләп, хаҡлы, дөрөҫөрәге, түбән хаҡлы ялға оҙаттылар. Беҙҙә бит шулай: юғары урында ултырғандарҙы юғары хаҡлы ялға ебәрәләр, ә түбәндә тир түккән кешеләрҙе – һеҙҙең, беҙҙең ишеләрҙе – түбән хаҡлы ялға сығаралар. Ниһайәт, 62-се йәшемдә мин ”Һәнәк” һабын һәләтле йәштәр ҡулына, атап әйткәндә, күҙ алдымда үҫкән, үҙемдең яратҡан шағир ҡустыма – Салауат Әбүзәровҡа тапшырҙым. Ләкин ул, минең кеүек, “Һәнәк”кә ҡаҙалып ултырып ғүмер уҙҙырманы, бер йылда эшен бөтөрөп, “Һәнәк” һабын “Башҡортостан” гәзитендә баш мөхәррир булып матур ғына эшләп йөрөгән Рәлиф Кинйәбаев ағаһына тотторҙо ла үҙ юлынан китеп барҙы. Минән һуң килгән дүрт баш мөхәррирҙең нимә эшләгәндәре тураһында яҙып тормайым, үҙҙәре яҙыр әле, – алдағы юбилейҙа. Бөгөн минең ауыҙ тултырып бары шуны ғына әйткем килә: үҙемдән алда “Һәнәк” һабын тотоп тырышып эшләгән алты бөйөк ағайыма ҙур рәхмәт, мин уларҙың изге эшен ҡулымдан килгәнсә лайыҡлы дауам итергә тырыштым.
Киткәндәр хаҡында яҡшы кешеләрҙең насар һүҙ әйтмәүен белеп, үҙ сиратымда, мин дә пенсияға сыҡҡанда “Һәнәк” уҡыусы һәм уҡымаусы дуҫтарыбыҙға, яуаплы урындарҙа ултырған яуапһыҙ булмаған иптәштәргә, дәрәжәле һәм дәрәжәһеҙ кешеләргә рәхмәттәремде йәлләмәнем. Үҙем иһә түрәләрҙән әллә ни ҙур рәхмәт ишетмәһәм дә, ябай кешеләрҙән әллә күпме яҡшы һүҙҙәр ишеттем. Был йәһәттән күпте күргән, күпте кисергән бер арҙаҡлы ағайыбыҙ хатта былай тип әйтте: “Һине халыҡ ни саҡлы яратһа, чиновниктар шул саҡлы күрә алмай”.
Ундай түрәләр менән хушлаштым ахырҙа. Әммә уҡыусыларым менән хушлашманым. Сөнки сатирик геройҙарға тынғылыҡ бирәһе башым юҡ.
Шуныһы ҡыҙыҡ, пенсияға сыҡҡас, артымдан таш атып йә йоҙроҡ төйнәп кенә ҡалмайҙар. Миңә осраған күптәр: “Көлә-көлә Һәнәк килә!” – тип йылмая. Бөтөнләй таныш булмаған әҙәмдәр ҙә хәл-әхүәл һорашып теңкәгә тейә. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар, дөрөҫөрәге, әбейҙәр ныҡ бәйләнә. Әйләнеп-тулғанып ҡарай-ҡарай:
– Һин Сәлимов түгелме? – тип һорапмы-һорайҙар.
– Ниндәй Сәлимов? – тигән булам.
– Теге… Һәнәк…
– Ул бит хәҙер хаҡлы ялда, – тим, ниндәй хаҡлы икәнен әйтмәй генә.
– Һин уға ныҡ оҡшағанһың, ҡустыһы түгелме?
– Юҡ. Мин уның улы!
Әбейҙәр, ҡыуанып:
– И-и, бәбекәем… Атайың шәп кеше ине, ауыр пенсионер тормошо еңел булһын, – тип арҡамдан һөйәләр. Шундай рәхәт!
Әгәр минән Хоҙай тәғәлә: “Һиңә тағы бер ғүмер бирһәм, ҡайҙа эшләр инең?” – тип һораһа, һис икеләнеүһеҙ:
– “Һәнәк”тә! – тип әйтер инем.
Ә ниңә әйтмәҫкә, әйтәм шул. Әллә ниндәй ҡыйын мәлдәрҙә лә күңелгә дәрт өҫтәүсе, кәйефте күтәреүсе, сәләмәт тәнҡитте алға этәреүсе, йөҙҙәребеҙҙе шат, эс бошоуҙарҙы ят итеүсе бит ул беҙҙең һөйөклө “Һәнәг”ебеҙ. Әгәр һәр саҡ йәш һәм сәләмәт булырға теләһәгеҙ, һеҙ ҙә уның менән бергә көлөгөҙ, дуҫтар!
Марсель СӘЛИМОВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,
“Һәнәк” журналының
1980-2010 йылдарҙағы баш мөхәррире.