+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Февраль 2022, 16:05

Спортсыларыбыҙға уңыштар теләйек!

4 февралдән 20-нә тиклем Пекинда ҡышҡы Олимпиада уйындары үтәсәк. Рәсәйҙең милли йыйылма командаһы составында ҡатнашыусы спортсылар һаны буйынса Волга буйы федераль округында Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә.

Спортсыларыбыҙға уңыштар теләйек!
Спортсыларыбыҙға уңыштар теләйек!

Быйылғы уйындарҙа 109 комплект миҙал уйнатыла. Ярыштар программаһына бобслей, шорт-трек, фристайл, саңғыла трамплиндан һикереү һәм сноуборд буйынса яңы дисциплиналар индерелгән. Һайлап алыу ярыштарында илдең милли йыйылма командаһы составына тест күнекмәләре йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың 14 вәкиле лә уның резервына инде.

Рәсәй биатлонсылары составында – Эдуард Латипов (шуға өҫтәп Антон Бабиков резервта). Бобслейсылар араһында – Ростислав Гайтюкевич һәм Юлия Беломестных. Скелетон буйынса командаға – Александр Третьяков, шорт-тректан Семён Елистратов инде. Хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһында «Ағиҙел» клубының ете уйынсыһы: Анна Шибанова, Вероника Коржакова, Илона Маркова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Ольга Сосина һәм запастағы Полина Лучникова сығыш яһай. Олимпиадаға запастағы статуста тағы бер спортсы – «Салауат Юлаев» хоккейсыһы Александр Кадейкин юллана.

–  1992 йылдан алып ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр Башҡортостандың күп спортсылары ҡатнашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. Волга буйы федераль округынан олимпия командаһына барлығы 50 спортсы инде. Был милли йыйылма команда ағзаларының дөйөм һанынан 20 проценттан ашыуыраҡ.

Радий Хәбиров Башҡортостандан Олимпиадала ҡатнашыусы спортсыларға: “Һеҙҙең өсөн янып-көйәсәкбеҙ”, тип уларҙың барыһына ла уңыштар теләне.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: