+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Февраль 2022, 16:05

"Малидак" – ғаилә, спорт һәм экология фестивале

Ил Башлығы тарафынан булдырылған “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” дөйөм дәүләт проекты нигеҙендә үтәсәк сараны республикабыҙҙың матур тауҙары 2022 йылдың 13 авгусында ҡабул итәсәк.

"Малидак"  – ғаилә, спорт һәм экология фестивале
"Малидак" – ғаилә, спорт һәм экология фестивале

Рәсәйҙең 40 төбәгенән киләсәк атлеттар өсөн алты трассаны трейл (еңел атлетика) буйынса Рәсәй чемпионатын “Малидак” халыҡ-ара спорт фестивален ойоштороусылар әҙерләй.

“Фестиваль барышында скандинавса йөрөү буйынса төбәк-ара бәйгеләр уҙасаҡ, ә йәш ҡатнашыусыларҙы финишта приздар менән балалар ярышы көтә. Башҡорт ҡунаҡсыллығын яратыусылар өсөн спортты һәм башҡорт милли эсемлегенә һөйөүҙе берләштергән ярыштар – Ҡымыҙ иле ярыштары утәсәк”, – тип хәбәр итә ойоштороусылар.

Уҙған йылда «Малидак» проекты ваҡиғалы туризм һәм спорт өлкәһендә – «Иң яҡшы социаль проект», «Йыл маршруты», «Иң яҡшы спорт ваҡиғаһы», «Иң яҡшы туристик бренд» һәм башҡа наградаларға һәм премияларға лайыҡ булды. Быйылғы  чемпионат-фестиваль милли кимәл статусында үтәсәк.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: