-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Февраль 2022, 12:10

Нисек ирекмән булырға...

21 февралдә волейбол буйынса донъя чемпионатының ирекмәндәр программаһына старт бирелә. Был сара илебеҙҙең 10 ҡалаһында 26 августан 11 сентябргә тиклем уҙасаҡ.

Нисек ирекмән булырға...
Нисек ирекмән булырға...

Турнир сараларын әҙерләүҙә 18 функцональ йүнәлеш буйынса 3500-ҙән ашыу ирекмән йәлеп ителә. Унда ҡатнашырға теләк белдереүсегә 18 йәш тулған һәм инглиз телен белергә тейеш.

Ирекмәндәрҙе әҙерләүҙең төп этабы июнь-июль айҙарында башлана, ә икенсе өлөшө - августа. Унда ҡатнашыусының уҡыуҙар үтергә һәм чемпионат мәлендә ирекмән булып эшләргә мөмкинлеге лә булырға тейеш.  Ирекмәндәр халыҡ-ара ваҡиғаны ойоштороуҙа онотолмаҫ тәжрибә, экипировка тупланмаһы, иҫтәлекле сувенир продукцияһы, шулай уҡ сара ойошторолған ҡалала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй аласаҡ.

Шулай барлыҡ ирекмән страховкалана, эш сменаһы, туҡланыу, сит ил һәм ҡалаларҙан килгәндәргә йәшәү  урыны ла ҡаралған.

Ирекмәндәр командаһына эләгергә теләһәгеҙ 21 февралдән башлап Ойоштороу комитеты сайтындағы махус бүлектә ошо һылтанма буйынса:volley2022.ru/volunteers ғариза ҡалдырырға кәрәк.

Фото: www.sport-express.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: