+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Февраль 2022, 10:00

Бер Олимпиадала – биш миҙал!

Пекинда үткән Олимпия саңғы ярыштарының ысын кульминацияһы булды! Марафонды йүгергән спортсыларыбыҙ алтын һәм көмөш миҙалдар яуланы.

Бер Олимпиадала – биш миҙал!
Бер Олимпиадала – биш миҙал!

Һауа шарттары арҡаһында ойоштороусылар арауыҡты 50-нән 30 саҡрымға тиклем ҡыҫҡартты. Финишты тәүгеләрҙән булып Александр Большунов үтте, ул үҙен – “саңғы батшаһы” тип танытты! Икенсе булып Иван Якимушкин килде.

Беҙҙең егеттәр иң яҡшылары! Александр Большунов хәҙер өс тапҡыр Олимпия чемпионы һәм ошо Уйындарҙан биш миҙал алып ҡайта. Урынһыҙ бер генә уҙыш та юҡ. Көмөш миҙал - Иван Якимушкинда, был уның тәүге Олимпиадаһы һәм тәүге миҙалы. 25 йыл, Төмән өлкәһе өсөн сығыш яһай. Әйткәндәй, Ваняның тәүге тренерҙарының береһе - уның атаһы. Беҙ ошондай спортсы өсөн Андрей Владимировичҡа ҙур рәхмәт белдерә алабыҙ!

Фото: tele-sport.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: