+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Март 2022, 13:00

Ихтыяр көсө

Зеленодольск ҡалаһында барған триатлон буйынса Рәсәй кубогына ярыштар этабында Башҡортостан спортсыһы Илнар Хәбибуллин ысын характер күрһәтте.

Ихтыяр көсө
Ихтыяр көсө

Стартта уның махсус аяҡ кейеменең бауы өҙөлә. Илнар аяҡ кейемен ҡулына алып, ике түңәрәк (өс саҡрым) арауыҡты нәскиҙә генә йүгереп үтә.

Шулай итеп, 16 градус һыуыҡта һәм ҡарҙа егет аяҡ кейемһеҙ генә йүгереп кенә ҡалмай, 18-19 йәшлектәр категорияһында еңеү яулап, ныҡышмалылығын күрһәтте. Маладис, Илнар, ҡотлайбыҙ!

Фото: Башинформ

Ихтыяр көсө
Ихтыяр көсө
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: