+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Апрель 2022, 10:00

“1000 велосипедсы көнө” ойошторола

Май айында “1000 велосипедсы көнө” фестивале республиканың биш ҡалаһында үтәсәк. Беренсе булып эстафетаны Салауат ҡалаһы ҡабул итә.

“1000 велосипедсы көнө” ойошторола
“1000 велосипедсы көнө” ойошторола

Унда сара 1 майҙа планлаштырылған.  8 майҙа – Стәрлетамаҡта, 15 майҙа – Октябрьскийҙа, 22 майҙа Нефтекама ҡалаһында һәм Өфөлә 29 майҙа үтәсәк. Проект республика халҡы араһында спорт менән даими шөғөлләнеүҙе, әүҙем йәшәү рәүешен популярлаштырыуға, велосипед инфраструктураһы үҫешенә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Велоуҙышта теләгән һәр кем ҡатнаша ала.  Иң мөһиме транспорт сарағыҙ һәм шлемығыҙ булыуы мөһим.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: