+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Май 2022, 12:00

Генерал иҫтәлегенә хоккей турниры үтте

Сибай ҡалаһының “Ирәндек” боҙ һарайында балалар хоккей турниры үтте. Уйындар Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлегенә һәм Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланды.

Генерал иҫтәлегенә хоккей турниры үтте
Генерал иҫтәлегенә хоккей турниры үтте

Ярыштарҙы республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  депутаты, “Аструм” компанияһы президенты Денис Назаров һәм “Өфө” хоккей клубы ойошторҙо.

13 майҙан 15 майға тиклем Сибай, Магнитогорск, Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау һәм Төйлөгәндең йыйылма командалары иң яҡшылар исеменә көс һынашты. Ҡыҙыу ярыш һөҙөмтәһендә Стәрлетамаҡтың “Орлан” командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынға Төйләгәндән “Төйлөгәндәр” командаһы сыҡһа, өсөнсө баҫҡысҡа Сибайҙың “Таусылар”ы күтәрелде.

Уйындар барыһы өсөн дә иң сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: