-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Май 2022, 10:00

Әбйәлил егете ышаныслы еңеү яуланы

Татарстан Республикаһының Болғар ҡалаһында милли йыйылма командалар араһында билбау көрәше буйынса Донъя кубогы үтте.

Әбйәлил егете ышаныслы еңеү яуланы
Әбйәлил егете ышаныслы еңеү яуланы

Илебеҙҙең йыйылма командаһы составында Әбйәлил районының Асҡар балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең ике тәрбиәләнеүсеһе - Ғаяз Шөғүров менән Өфө күп профилле колледжы студенты Арсен Шәрипов ҡатнашты (тренерҙары- Р.Әбделғәзин һәм Ф.Шәрипов).
Донъя кубогында 25 илдән 150-нән ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны. Ғаяз Шөғүров финалға Тажикстан вәкиле менән сыҡты һәм 60 килограмм ауырлығындағы категорияла ышаныслы еңеү яулап, Донъя чемпионы тип танылды. Донъя чемпионын район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та ҡотланы.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: