+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Июнь 2022, 13:00

Халыҡ-ара ярыштарҙа дүрт миҙал яуланды

Дзюдо буйынса «Анатолий Рахлин кубогы» Халыҡ-ара ярыштары үҫмерҙәр араһында 25-се Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының спорт программаһы нигеҙендә үтте.

Халыҡ-ара ярыштарҙа дүрт миҙал яуланды
Халыҡ-ара ярыштарҙа дүрт миҙал яуланды

Башҡортостан спортсылары: Илья Ильясов, София һәм Анастасия Белаш көмөш миҙалдар яулаһа, Гордей Зубков бронзаны эләктерҙе, тип хәбәр итте спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Турнирҙа Рәсәйҙең 55 төбәгенән 1149 спортсы ҡатнашты. Шулай уҡ Абхазия, Беларусь Республикаһы, Грузия, Донецк Халыҡ Республикаһы, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Монголия һәм Сербия Республикаһы дзюдосылары ла килгәйне.

Фото: https://www.bashinform.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: