+14 °С
Болотло
Антон Бабиков спринтта һәм масс-стартта ике алтын миҙал яуланы. Эдуард Латипов спринтта икенсе һәм эҙәрлекләү ярышында өсөнсө булды. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов 28 августа үҙенең телеграмма-каналында Башҡортостан биатлонсыларын еңеүе менән ҡотланы: «Спортсыларҙы, уларҙың тренерҙарын һәм биатлон яратыусыларҙы был уңыштары менән ҡотлайым. Егеттәр Рәсәйҙең - спорт державаһы, ә Башҡортостандың ҙур еңеүҙәр төбәге булыуын йәнә иҫбатланы», - тип яҙҙы ведомство етәксеһе.
Фото: "Башинформ"