+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Сентябрь 2022, 12:00

VIII Өфө халыҡ-ара марафоны үтте

Кисә VIII Өфө халыҡ-ара марафоны үтте. Быйыл ул 23 илдән, 35 төбәктән, 245 ҡаланан 5500 ҡатнашыусыны берләштереп, үткән йылдарҙағы рекордты уҙҙырған.

VIII Өфө халыҡ-ара марафоны үтте
VIII Өфө халыҡ-ара марафоны үтте

Йүгереүселәр араһында донъяның төрлө илдәренән, Рәсәй ҡалаларынан һәм төбәктәренән вәкилдәр бар ине. 

Иң йәш марафонсыға – ете ай, ә  иң өлкәненә – 87 йәш булған. Республика етәкселәре лә марафонда әүҙем ҡатнашты. Улар араһында Андрей Назаров, Максим Забелин, Ирек Сәғитов, Ратмир Мәүлиев һәм башҡалар ҙа бар ине. 2, 5, 10, 21, 42 километр дистанцияға йүгереүселәр араһында еңеүселәр билдәләнде һәм бүләкләнде. 

Әйткәндәй, быйылғы марафон Башҡортостан Хөкүмәте грантына үткәрелгән. 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: