+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Ноябрь 2022, 13:00

Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан

Башҡортостан  шахматсыһы Урал Хәсәнов халыҡ-ара гроссмейстер нормаһын үтәне. «Толпар» шахмат клубының 16 йәшлек тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Андрей Селиванов) Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә донъя чемпионатында сығыш яһап, ике көмөш миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан

Урал Хәсәнов 23 йәшкәсә үҫмерҙәр араһында шахмат композицияларын хәл иткәне өсөн Фуджейра ҡалаһында үткән турнирҙа миҙалдар менән бүләкләнә. Үҫмер икенсе йыл рәттән донъя чемпионаттарында мәртәбәле урындар ала. Бер йыл элек йәш шахматсы бронза миҙал яулағайны. Афарин, ҡотлайбыҙ!

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: