+11 °С
Болотло
Был хаҡта социаль селтәрҙә районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов яҙып сыҡты.
Илсур Исхаҡов Рәсәй йыйылмаһы составында Төркиәлә уҙған шахбокс буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша. Финалда ул француз спортсыһын еңә һәм донъя чемпионы исемен яулай. Илсур Исхаҡовҡа ҡаршшы сыҡҡан Франция спортсыһы - ике тапҡыр чемпион, бығаса бер тапҡыр ҙа еңелгәне булмаған.
Шахбокс - ул сиратлашып килгән раундтарҙа шахмат һәм боксты берләштереүсе спорт төрө. Шахбокс буйынса ярыштар рәсми рәүештә 2003 йылдан уҙғарыла.
Фото: Башинформ
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-11-25/bash-ort-eget-don-ya-chempiony-3045612