+16 °С
Болотло
Башҡортостандан чемпионатта 12 спортсы ҡатнаша. Республика йыйылма командаһына Белорет мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Сәид-Хөсәйен Бакаев, Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, спорт мастеры Нохчо Лабазанов, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәй чемпионаты призеры, донъя һәм Европа беренселеге еңеүсеһе Ислам Опиев инде. Шулай уҡ йыйылмала Максим Криницин, Аркадий Арикян, Александр Чегодаев, Фәнис Вәлитов, Данила Назаров, Алан Әмриев, Эрик Шамилов, Басхан Сәидов һәм Адлан Әмриев сығыш яһай.
Чемпионат 7-9 февралдә уҙа. Миҙалдар 10 ауырлыҡ категорияһында уйнатыла. Ярыштар Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана. Инеү ирекле.