+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Февраль 2023, 10:00

Семён тағы ҡыуандырҙы

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграмм-каналында Өфө спортсыһы Семён Елистратовтың шорт-трек буйынса Рәсәй кубогы финалында еңеүе хаҡында хәбәр итте.

Семён тағы ҡыуандырҙы
Семён тағы ҡыуандырҙы

«Рыбинск ҡалаһында шорт-трек буйынса Рәсәй кубогының финалы тамамланды. Семён Елистратов Рәсәй Кубогы финалында еңеүсе титулын яуланы! Семёнды юғары һөҙөмтәләре менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Һис шикһеҙ, республика Спорт министрлығының 100 йыллығы йылында мөһим еңеү», - тип яҙа ул.

Елистратов 1500 метр һәм 3000 метр арауыҡта беренсе, 500 метр арауыҡта - 3-сө, 1000 метрҙа - 2-се урындарҙы яуланы. Афарин, Семён, ҡотлайбыҙ!

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: