-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Март 2023, 12:00

163 тапҡыр гер күтәреп...

Башҡортостан спортсыһы Роза Кашапова Омскиҙа барған гер спорты буйынса йәштәр һәм үҫмерҙәр араһындағы Рәсәй беренселегендә “рывок” дисциплинаһында 163 тапҡыр гер күтәреп, беренсе урын яуланы.

163 тапҡыр гер күтәреп...
163 тапҡыр гер күтәреп...

Бөрө кыҙы гер спорты менән 2015 йылдан шөғөлләнә башлай. Розананы тәүҙә күптәр ҡыҙҙар өсөн ғәҙәти булмаған спорт төрөн һайлауын аңлап та етмәгән, ә ныҡышмалы ҡыҙ бер нигә ҡарамай, күнекмәләрен дауам итә. Тренеры – Радамир Миңлебаев. Уның менән шөғөлләнгән ҡыҙ быға тиклем дә күп тапҡырҙар призлы урындар алып килгән. Спортсыны һәм тренерҙы матур һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ.

Фото: utv.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: