-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Март 2023, 12:00

Алжир “ҡыҙы” егет булып сыҡҡан бит

Октябрьский ҡалаһы спортсыһы  – боксер Азалия Әминева Һиндостанда үткән донъя чемпионатында  1/8 финалында трансгендерға еңелгән.

Алжир “ҡыҙы” егет булып сыҡҡан бит
Алжир “ҡыҙы” егет булып сыҡҡан бит

Азалия әйтеүенсә, Алжир спортсыһы Иман Хеливтың ир булыуы хаҡында имеш-мимештәр былтырҙан уҡ йөрөгән. “Шуға күрә уға ҡарата шигем бар ине, әммә һуңғы минутҡа ҡәҙәр ышанманым. Шуныһы үкенес, минең был чемпионатта ҡатнашыуым уға еңелгәндән һуң тамамланды”, – ти ҡыҙ.

Шулай ҙа Алжир вәкиле менән көрәш ваҡытында Башҡортостан ҡыҙы көндәшен нокдаунға ебәрә алған.

“Мин дә лә ғәйеп бар инде, бер аҙ иғтибарлыраҡ, үткерерәк булырға кәрәк. Ярышташымды еңергә булыр ине, әммә минең тулҡынланыуым аяҡ салды, ышаныс етмәне”, - ти Азалия. “Был хәл алданыраҡ асыҡланған булһа, бәлки, финалға ла сыҡҡан булыр инем”. Спортсы быға тиклемге ярыштарҙа гел еңеп килде бит. “Әммә дөрөҫлөктө асыҡлау яҡшы булды”, тип һөҙөмтә яһай спортсы.

Иман Хелиевтың ДНК анализдары ир булыуын асыҡлаған.

Фото: dzen.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: