+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Апрель 2023, 15:00

Боксер ҡыҙыбыҙ Азалия Әминева - финалда

Башҡортостан боксёры Азалия Әминева Каракаста 21-29 апрелдә барған халыҡ-ара V Боливариан уйындарында финалға сыҡты. Финалда ул бокс чемпионы - Юлианна Альварес (Венесуэла) менән көрәшергә тейеш. Был хаҡта Рәсәйҙең Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Боксер ҡыҙыбыҙ Азалия Әминева - финалда
Боксер ҡыҙыбыҙ Азалия Әминева - финалда

Бокс ярыштары Ла-Гуайра ҡалаһындағы «Ла Пас» спорт майҙансығында ойошторолған. Финалға илебеҙҙең туғыҙ спортсыһы сыҡты.

Уларҙа Боливия, Венесуэла, Куба, Никарагуа, Доминика, Антигуа һәм Барбуда, Сент-Винсент һәм Гренадины, Сент-Люсия, Гренада, Сент-Китс һәм Невис спортсылары, шулай уҡ Рәсәйҙең йыйылма командаһы ҡатнаша.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас: