+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Май 2023, 12:00

Киберспорт буйынса Рәсәй чемпионаты

20 һәм 21 майҙа Башҡортостан тәүге тапҡыр киберспорт буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итә. Илдең көслө спортсылары республиканың төп хоккей аренаһында наградалар уйнатасаҡ. Тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы матчтар, уйын зонаһы, виртуаль донъя персонаждарының костюмдарын күрһәтеү, бүләктәр уйнатыу һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар көтә.

Киберспорт буйынса Рәсәй чемпионаты
Киберспорт буйынса Рәсәй чемпионаты

«Өфө-Арена» спорт-һауыҡтырыу комплексына инеү бушлай. Расписание һәм өҫтәмә мәғлүмәт ошо  һылтанма буйынса урынлаштырылған.

Киберспорт - ул компьютер уйындары донъяһын күреү, ә иң мөһиме, бөтә ғаиләбеҙ менән беҙҙең спортсылар өсөн янып-көйеү һәм үҙең өсөн яңы спорт төрөн асыу мөмкинлеге.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: