-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Май 2023, 13:00

25 мең кеше ҡатнашты

“1000 велосипедсы көнө” Өфөлә рекордлы һанда ҡатнашыусыларҙы йыйҙы – 25 мең кешене. Үҙенең ун ике йыллыҡ тарихында быйыл тәүге тапҡыр традицион киң күләмле велоуҙыштан түгел, ә профессиональ велоуҙышсылар һәм һәүәҫкәрҙәр араһында ярыштарҙан башланды.

25 мең кеше ҡатнашты
25 мең кеше ҡатнашты

15 саҡрымға ярыш Башҡортостандың иң көслө спортсыларын йыйҙы. Масс-стартта һәм индивидуаль ярыштар Октябрь проспектының юл өлөшө буйлап үтте.

“1000 велосипедсы” һөҙөмтәләре буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ольга Кондратенко еңеү яуланы. Ир-егеттәрҙән иң көслөһө Данил Конотоп булды.

Велоколоннаны Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов, Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский, шулай уҡ велоспорт буйынса республика Олимпия резервы спортсылары етәкләне.

Фото: prufy.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: