-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Июнь 2023, 14:00

Ун биш йәштә генә булһа ла...

Башҡортостан спортсыһы Илья Кандалин грек-рим көрәше буйынса Европа беренселегендә еңеү яуланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, Илья Венгрия көрәшсеһе Петр Тоток менән алышта ышаныслы еңеү яуланы, дөйөм иҫәп - 6:3.

Ун биш йәштә генә булһа ла...
Ун биш йәштә генә булһа ла...

«Ильяға 15 кенә йәш булһа ла,  ул — өс тапҡыр Рәсәй беренселеге еңеүсеһе, 16 йәшкә тиклемге Европа беренселегенең бронза призеры. Хәҙер бына Европа беренселегендә алтын миҙал алды, — тине республика етәксеһе. — Ильяны, уның тренерҙары Илдар Ҡәриповты һәм Алексей Зимановты шәп һөҙөмтә менән ҡотлайым! Ғорурланабыҙ һәм өйҙә көтәбеҙ!»

Илья Кандалин — Октябрьский ҡалаһының көрәш мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Башҡортостан спортсыһы 51 килограмм ауырлыҡ категорияһында Рәсәй намыҫын лайыҡлы яҡланы.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: