Спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, республикабыҙҙың йыйылма командаһы 66 миҙал алып ҡайтҡан: 21 «алтын», 21 «көмөш» һәм 24 «бронза».
Шулай уҡ паралимпиясыларҙың йәйге уйындары нигеҙендә йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионаты үтте, унда йыйылма командабыҙ дөйөм команда иҫәбенең бронза призеры булды. Афарин, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ үҙегеҙҙе!
Фото: Башинформ