+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Июль 2023, 14:00

Башҡортостан егете - донъя чемпионы

Башҡортостан спортсыһы Артур Зөлҡәрнәев Астанала үткән билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Башҡортостан егете - донъя чемпионы
Башҡортостан егете - донъя чемпионы

«Классик стилдә алтын миҙал бар. Артур Зөлҡәрнәев 82 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында етенсе тапҡыр донъя чемпионы булды. Шәп һөҙөмтә», — тип белдерҙе Башҡортостандың спорт министры.

Бер нисә көн элек республикабыҙ спортсылары Илфаҡ Ибәтуллин һәм Рәзил Шабиев Рәсәйҙең йыйылма командаһына ике көмөш миҙал килтерҙе.

Ярыштар йомғаҡтары буйынса дөйөм команда зачетында Рәсәй Федерацияһы беренсе урында бара. Икенсе урында — Ҡаҙағстан, өсөнсөлә — Төркмәнстан.

15 июлдә билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында Башҡортостан спортсылары биш миҙал яуланы, шуларҙың өсәүһе — алтын.

Ҡаҙағстанда халыҡ-ара ярыштарҙа 27 илдән 238 спортсы ҡатнаша.

Фото: Башинформ

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2023-07-17/bash-ortostandan-artur-z-l-rn-ev-bilbau-k-r-she-buyynsa-etense-tap-yr-don-ya-chempiony-3342832

Автор:
Читайте нас: