Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, ауыл спортын үҫтереү өсөн 2020 йылда илдә тәүгеләрҙән булып «ауыл тренеры» проекты индерелде. Ул иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһенә әүерелде һәм 25-кә яҡын төбәккә таратылды. Проект сиктәрендә 103 тренерға ярҙам күрһәтелде. Быйыл тағы 55 тренер 1 миллион һум аҡса алырға тейеш.
- Был яҡшы программа, әммә 100 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалаларҙа эшләмәй. 2022 йылдың декабрендә республика етәксеһе ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында «Ҡала тренеры» проектын индерергә ҡарар ителде, - тип уртаҡлашты премьер-министр. - Һәр эштә лә үҙ һөнәренең оҫталары алтынға бәрәбәр. Спорт министрлығына йыл йомғаҡтары буйынса проектты бойомға ашырыу тураһында мәғлүмәт бирергә ҡуштым.
Аҡсаны:
https://bash.bashinform.ru/news/sport/2023-07-19/byyyl-respublikala-ta-y-55-trener-a-1-million-um-a-sa-t-l-n-3345970