+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Октябрь 2023, 07:00

Игеҙәк тенниссылар - чемпион

Башҡортостандан игеҙәктәр Михей һәм Виктор Сидоровтар Дурбанда (ЮАР) халыҡ-ара БРИКС уйындарында уңышлы сығыш яһаны. Спортсылар коляскала теннис буйынса команда ярыштарында алтын миҙал яуланы.

Игеҙәк тенниссылар - чемпион
Игеҙәк тенниссылар - чемпион

Ярышта рәсәйҙәр бөтәһе 59 миҙал алды, улар араһында 35 алтын, 12 көмөш һәм 12 бронза. Түбәнерәк баҫҡыстарҙа — Ҡытай (55 миҙал), ЮАР (51) һәм Һиндостан (27) йыйылма командалары, тип белдерҙеләр Башҡортостандың спорт министрлығында.

Бынан алдараҡ Виктор һәм Михей Сидоровтар «Икар-2023» коляскала теннис буйынса халыҡ-ара турнирҙың финалында сығыш яһағайны.

Фото: https://bash.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас: