Ошо көндәрҙә ул бокс буйынса тренировка үткәргән, унда протезһыҙ шөғөлләнгән. Көн һайын үткән тренировкалар уға хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
“Күңелем боҙға тарта. Әлбиттә, был элекке шыуыу булмаясаҡ инде, шулай ҙа боҙҙо тояһым килә. Бөгөнгө көндә быға ирешеү еңел түгел. Әммә теләгем бик ҙур, бының өсөн мин бик күп көс һалам. Гел спорт залындамын, боксҡа протезһыҙ йөрөнөм. Теләһә ниндәй тренировка ҡулдарҙы, аяҡтарҙы, рухты нығыта, шуға ла мин спортты яратам, рәхәтләнеп шөғөлләнәм”, - ти спортсы.
Фото: pitaniemalysha.ru