+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ғинуар , 14:00

Маладис, Матвей!

Өфө дзюдосыһы Матвей Каниковский Халыҡ-ара дзюдо федерацияһының Португалия гран-прийы чемпионы титулына лайыҡ булды. Спортсының Одивелашта уҙған халыҡ-ара турнирҙа еңеүе тураһында Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Маладис, Матвей!
Маладис, Матвей!

Матвей Каниковский 100 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаны. Финалда яҡташыбыҙ ике тапҡыр донъя чемпионы, Европа-2023 чемпионатының бронза призеры Николоз Шеразадишвилиҙы (Испания) еңде.

Әйткәндәй, Португалияла уҙған гран-при этабы 2024 йылғы Олимпиадаға (Париж) һайлап алыу турниры булып тора. 

Бынан алдараҡ Башҡортостан көрәшсеһе Дамир Таһиров Саранскиҙа грек-рим көрәше буйынса округ турнирында алтын миҙал яулағайны. Республика көрәшселәре Эдгар Шерстобитов, Николай Турбин һәм Ратмир Ғәлимйәнов та бронза миҙалдар менән ҡайтты. Афарин, егеттәр!

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас: