Өфө егете Никита Богданов өсөнсө тапҡыр Рәсәй чемпионы булды. Спортсы Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге спорттың техник төрҙәре үҙәге өсөн ярыша. Никита 30 мәрәй йыйып, чемпион исеменә лайыҡ булды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Каменск-Уральск ҡалаһынан Дмитрий Колтаков менән Луховицанан Сергей Макаров яуланы.
Никитаның төп конкуренты – Толяттиҙың “Мега-Лада” командаһынан Динар Вәлиев заездарҙың береһендә йығылып, мотоциклын бәрә һәм үҙе лә йәрәхәттәр ала. Һөҙөмтәлә 22 мәрәй менән пьедесталға күтәрелә алмай.
Ярышта ҡатнашҡан Өфөнөң башҡа спортсылары ла һәйбәт кенә күрһәткестәргә ирешкән. Евгений Шаров, Иван Гаврилов һәм Василий Несытых көслө спортсылар эргәһендә юғалып ҡалмаған.
Фото: Башинформ