Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды “Республиканың алтын тауышы” тип атайҙар. Ул яңылыҡтар, телевидение һәм радиола репортаждар, байрамдарҙан һәм Хөкүмәт сараларынан тура трансляциялар алып барҙы. Халыҡ хәтерендә ул иҫкиткес диктор, һөйкөмлө, игелекле, аралашыусан кеше булып ҡала. Ә телеүҙәк коллективы өсөн ул спорт сараларын ойоштороусы ла була. Әхәт Мортазин спорттың күп төрҙәрен яратты, әммә волейболды айырыуса үҙ итә. Радио волейбол командаһының алыштырғыһыҙ капитаны булды. Әхәт Мортазин 2018 йылдың 13 мартында 59 йәшендә ҡапыл вафат була.