«Башҡортостан» командаһы составында Никита Богданов (65 мәрәй), Евгений Шаров (35 мәрәй), Дмитрий Солянников (23) һәм юниорҙар араһында Рәсәй чемпионы Иван Гаврилов (17) сығыш яһаны. Уҙыштың һуңғы этабы күңелһеҙ хәл менән тамамланды. 11-се урауҙа Тольяттиҙың «Мега-Лада» лидеры Игорь Кононов төктәргә бәрелеп, ярышташының тәгәрмәсе аҫтына эләкте. Уны ашығыс ярҙам машинаһында дауаханаға оҙаталар. Аҙаҡтан билдәле булыуынса, мотоуҙышсының һигеҙгүҙ һөйәге һәм умыртҡаһы һынған, шулай уҡ элек операция яһалған урыны ҡаты йәрәхәтләнгән.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге үҙенең 25-се юбилей миҙгелендә бөтә ярыштарҙы ла еңде: Рәсәй шәхси һәм команда чемпионаттарын, Рәсәй Кубогын һәм Рәсәй беренселеген.
Фото: башинформ