-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Июнь 2025, 11:35

"Мең велосипедсы көнө" уҙҙы

Кисә баш ҡалабыҙҙа ун километрлыҡ маршрутты утыҙ меңгә яҡын велосипедсы үтте.

"Мең велосипедсы көнө" уҙҙы
"Мең велосипедсы көнө" уҙҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Демография" милли проектының (национальный проект "Демография") "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль программаһына ярашлы саралар йыш ойошторола. Бөгөн Өфө халҡы шуларҙың береһенә - “Мең велосипедсы көнө” 14-се ҡала фестиваленә йыйылды.

“Тәүге йылдарҙа беҙҙең байрамда мең тирәһе генә кеше ҡатнашҡайны, – тине Башҡортостандың Велосипедсылар союзы рәйесе Егор Лукша. – Һуңғы йылдарҙа килгәндәрҙең һаны утыҙ меңгә яҡын булып китте”.  

Быйыл километрлыҡ маршрутты – Ленин майҙанынан Телеүҙәккә тиклем – 30 меңгә яҡын велосипедсы үтте. 

Велосипедсылар ярышы республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында ла үтте.

Фото: https://s15.stc.yc.kpcdn.net/share/i/12/14528191/wr-960.webp

Автор:
Читайте нас